Экология
21 Ғинуар 2022, 16:30

Благовещенда сүп-сар полигоны төҙөлмәй

Социаль селтәрҙә Благовещен халҡы ҡалала сүп-сар полигоны төҙөүгә ҡаршы булыуын белдереп яҙмалар ҡалдырғайны. 

Благовещенда сүп-сар полигоны төҙөлмәйБлаговещенда сүп-сар полигоны төҙөлмәй
Благовещенда сүп-сар полигоны төҙөлмәй

Социаль селтәрҙә Благовещендан Альбина Әхмәтшина ҡалала сүп-сар полигоны төҙөүгә ҡаршы булыуын белдереп яҙма ҡалдырҙы.

“Беҙ, ҡала халҡы, Благовещенда полигон төҙөүгә ҡаршыбыҙ. Иртәнсәк һәм кискеһен эргәләге заводтарҙан һәм ҡошсолоҡ фабрикаһынан насар еҫ тарала. Лабораториялар килгән ваҡытта заводтарҙа насар метеорология шарттары (НМУ) иғлан итәләр, һөҙөмтәлә ҡорамалдар саманан артыҡ күрһәткестәрҙе теркәмәй, тип уйлайым. Полигон төҙөлөшөн туҡтатыуҙы һорап яҙған комментарийҙар бик күп, әммә яуаплы кешеләрҙән бер яуап та юҡ”, - тигән юлдар бар Альбинаның мөрәжәғәтендә.

Благовещенда полигон төҙөүгә ҡаршы булыуын белдереп, социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырыусылар күп кенә. Бына, мәҫәлән, Сергей Жуковтың яҙмаһы: “Бөгөн Благовещен районында “Регион-капитал” фирмаһының сүп-сар полигонын төҙөү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Благовещен халҡы исеменән Һеҙҙән кире ҡарар ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Беҙ район биләмәһендә әлеге объект төҙөлөшөнә ҡаршы”.

Ошондай йөкмәткеле мөрәжәғәттәргә Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов яуап бирҙе:

“Хәйерле көн. Һеҙҙең экология проблемалары менән борсолоуығыҙҙы аңлайбыҙ. Үҙ районыбыҙға һәм унда йәшәүселәргә зыян килтереү хаҡында уйыбыҙ юҡ. Благовещен районында яңы полигон төҙөргә йыйынмайбыҙ.

Киләсәктә ҡала ситендә сүп-сарҙы күмеү түгел, сорттарға айырыу һәм уны 90 процентҡа тиклем эшкәртеү өсөн сүп-сар йыйыу комплексын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Бындай заводты Благовещен районы ихтыяждары өсөн генә ҡарайбыҙ, сөнки беҙ ҡалала һәм районда барлыҡҡа килгән сүп-сар мәсьәләһен хәл итергә тейешбеҙ. Һауаға килгәндә: Благовещен – сәнәғәт ҡалаһы, баш ҡаланың сәнәғәт зонаһы эргәлә урынлашҡан һәм, ҡағиҙә булараҡ, ҡалала даими рәүештә еҫтәр сыға. Ләкин еҫтең булыуы уның халыҡтың һаулығына зыян килтереүен аңлатмай әле. Бөтә предприятиеларҙа ла экологтар эшләй, уларҙа экологик сараларҙы үтәү буйынса ҙур эш алып барыла, уны күҙәтеү органдары тикшерә. Әйткәндәй, Благовещенда күсмә экологик лаборатория эшләй, һауаның таҙалығына тикшереүҙәр көн һайын үткәрелә. Һауа сафлығын тикшереү һөҙөмтәләрен район хакимиәте сайтында баҫтырабыҙ һәм ҡала мәҙәниәт һарайының ҙур экранына ҡуябыҙ. Бынан тыш, һауаның бысраныуына шик булған осраҡта, халыҡ лабораторияны билдәле бер участкаға үҙаллы саҡырта, хатта уның эшен үҙаллы күҙәтә ала. Барыһы ла асыҡ эшләй, күҙәтеү органдары тикшергән экологик сараларҙы үтәү буйынса ҙур эш алып барыла.

Киләсәктә лә районда экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә планлаштырабыҙ”.

Ҡала хакимиәтенән бирелгән бына тағы бер яуап. Ул Римма Сәлимйәнованың ошо уҡ йөкмәткеле мөрәжәғәтенә ҡарата әҙерләнгән.

“Римма, һаумыһығыҙ. Беҙ ҙә полигонға ҡаршы. Беҙ уларҙың иҫәбен арттырыуҙы түгел, ә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы күмеүҙе кәметеү өсөн сүп-сарҙы сорттарға айырыуға һәм тәрән эшкәртеүгә күсеү бурысы ҡуябыҙ. Киләсәктә Благовещен районы ихтыяждары өсөн ошондай предприятие төҙөү мөмкинлеге бар”, - тиелә Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головтың яуабында.

Яуаптарҙан күренеүенсә, Благовещенда сүп-сар түгеү полигоны төҙөргә йыйынмайҙар. Ә ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм тәрән эшкәртеү буйынса завод төҙөлөшөнә килгәндә, йәшәйешебеҙ һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын заманса эшкәртеү – ул заман талабы.

Фото: posta.ekspertiza28.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас