

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законлы эшләүен контролдә тотоуҙы көсәйтеү саралары ҡаралды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда республика етәксеһе ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның яҡынса эш йомғаҡтары тураһында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
– 2021 йылда ведомство-ара комиссия предприятиеларҙың ҡануниәт талаптарын үтәүен тикшереү өсөн 32 рейд уҙғарҙы, уның барышында Ҡырмыҫҡалы районындағы бөтә карьерҙарҙы тикшерҙе, – тине Урал Искәндәров. – Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар һөҙөмтәһендә өс предприятиеның: “Ибраһимов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, “ПГС” һәм “Башнерудматериалы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең лицензиялары туҡтатылды. Бынан тыш, “ИСК Панорама” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике лицензияһы туҡтатылды.
Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында ла ошондай эш тамамланған. Тикшереүҙәрҙән һуң 16 лицензия ғәмәлдән сығарылды, тағы ла ике ер аҫтын файҙаланыусының лицензияһы ваҡытынан алда ғәмәлдән сығарыла башланы. Өфө һәм Иглин райондарында биш лицензияның ғәмәлдән сығыуы туҡтатылды.
Шулай уҡ ведомство-ара комиссия белгестәре Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙың законлы булыуын тикшерә.
– Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшенең асыҡлығын күтәреү өсөн төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу шарттарына үҙгәрештәр индереү тураһында закон сығарыу инициативаһын әҙерләне. Яңылыҡтар предприятиеларҙа йөк үлсәү контроле һәм автотранспортты видеотеркәү буйынса техник ҡорамалдың мотлаҡ булыуын, йөк машиналарын GPS-модулдәр менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота, – тип билдәләне Урал Искәндәров. – Ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә ошондай уҡ эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, Өфө районының Ольховое ауылы янында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы автоматик стационар йөк үлсәү контроле посын йыһазландырҙы.
Урал Искәндәров белдереүенсә, бер нисә предприятие үҙ карьераларында транспортты үлсәү контроле һәм видеотеркәү пункттарын үҙ аллы ҡуйған.
Өҫтәүенә һуңғы өс йылда тармаҡта файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым буйынса түләүҙәрҙең тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Был күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияға һәм республиканың Экология министрлығы коллективына уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Ҡырмыҫҡалы районы – матур тәбиғәтле һоҡланғыс муниципалитет. Урындағы халыҡ беҙгә район биләмәһендәге ер аҫтын законһыҙ эшкәртеү йәһәттән бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте, – тине Радий Хәбиров. – Был өлкәлә тәртип булдырыу буйынса эште башланыҡ. Оло Толпаҡ күле эргәһендә урындағы әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу процедураһын тәҡдим иттек. Унда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса эшмәкәрлек тыйыласаҡ.
Карьерҙарҙы эшкәртеүгә ғәмәлдәге лицензиялар республиканың төҙөлөш материалдарына, шул иҫәптән юл тармағына ихтыяжын тәьмин итә, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Шуға күрә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшен күҙәтеү йәһәтенән әүҙемлекте кәметмәү мөһим.
Фото: "Бәйләнештә".