

Сара республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә видеокәңәшмә рәүешендә үтте.
- Быйылғы йыл ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә һынылыш йылы булырға тейеш. Беҙ сүп-сарҙы ойошҡанлы йыйырға һәм сығарырға ғына түгел, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса ла эшләргә тейешбеҙ. Был ерләү өсөн ебәрелгән ҡалдыҡтарҙы иң кәмендә ике тапҡырға кәметергә, тигән маҡсатты бойомға ашырыу өсөн дә кәрәк. Шуға 2024 йылға тиклем республикала 10 сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы барлыҡҡа килергә тейеш. Тағы бер мәсьәлә – федераль аҡсаны йәлеп итеү. Быйылғы йылдан башлап, ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү объекттарын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу өлкәһендәге масштаблы проекттарҙы тормошҡа ашырырға федераль ярҙам күрһәтеләсәк. Беҙҙең маҡсат – ошо федераль программаға эләгеү һәм республикала берәүҙән кәм түгел проектты тормошҡа ашырыу, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Төбәк операторҙарының һәм муниципаль берәмектәрҙың эш сифаты хаҡында Башҡортостандың тбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
- Яңы йыл каникулы ваҡытында ҡалдыҡтарҙы туҡтауһыҙ сығарыу маҡсатында көн һайын 500 тирәһе техника йәлеп ителде. 51 мең тонна тирәһе ҡалдыҡтар сығарылды. Дөйөм алғанда, эш, ҡайһы бер мәлдәрҙе иҫәпкә алмағанда, кәрәкле кимәлдә атҡарылды. Мәҫәлән, Бөрө, Әңгәсәк, Дүртөйлө районындағы Уяҙы, Исҡуш, Кушнаренко районындағы Илек ауылында төбәк операторҙары тарафынан сүп-сарҙы сығарыу графигын өҙөү теркәлде. Графикты боҙоу тураһында мәғлүмәт килгәс, барлыҡ осраҡтарҙа ла ҡалдыҡтар 12 сәғәт эсендә сығарылды, - тине министр.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, мөрәжәғәттәрҙең төп темаһы – сүп-сарҙы ваҡытында сығармау, контейнерҙар һәм контейнер майҙансыҡтары торошо, стихиялы сүплектәрҙең барлыҡҡа килеүе.
2020 йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Быйыл Өфөлә йәшәгәндәрҙән 740 мөрәжәғәт килгән (2020 йыл кимәленә ҡарата +327), Өфө районы – 119 (+29), Стәрлитамаҡ - 116 (+58), Нефтекама - 116 (+52), Иглин районы - 101 (+50).
Муниципалитеттарға килгәндә, 2021 йылға 1166 мөрәжәғәт (+483 - 2020 йыл кимәленә ҡарата), Эко-Сити - 796 (+440), Дүртөйлөмелиоводстрой - 321 (+168), Экология-Т - 236 (+131).
Былтыр ғинуар – декабрь айҙарында “Инцидент-менеджмент” системаһына 2519 мөрәжәғәт килгән (+1222 – 2020 йыл киәмленә ҡарата). 2020 йылда 1297 мөрәжәғәт булған.
Бөгөн кәңәшмәлә шулай уҡ контейнер майҙансыҡтарына юлдарҙы таҙартыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған урындарҙы ҡарау һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
- Республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар мәсьәләһе буйынса лидерҙарҙың береһе булырға, граждандарҙан ҡәнәғәтһеҙлек булмаҫҡа тейеш. Урында эш системалы, үҙ ваҡытында һәм һөҙөмтәле, граждандарҙан ялыу килгәнгә тиклем үк атҡарылырға тейеш, - тип сараға һығымта яһаны Премьер-министр.
Фото: pravitelstvorb.ru