Экология
28 Ғинуар 2022, 09:15

Усадьба яңы төҫ аласаҡ

Бөрө районында, Бер туған Кощеевтарҙың усадьба комплексы, Айгилде һәм Ҡуҙы ауылдары араһында ете километрлыҡ “Ағалы-ҡустылы Кощеевтар усадьбаһы” йәйәүле инклюзив экоһуҡмағын төҙөйҙәр.

Усадьба яңы төҫ аласаҡУсадьба яңы төҫ аласаҡ
Усадьба яңы төҫ аласаҡ

Һуҡмаҡ булдырыу башланғысы менән “Башҡортостандың “Тартыш” экологик ауылы эшмәкәрлеген ойоштороуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса коммерцияға ҡарамаған партнерлығы” ассоциацияһы сығыш яһаны. Быйыл ойошма 2022 йылда Президент гранттарының тәүге конкурсында үҙ идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн 1,9 миллион һумлыҡ грант отто, тип хәбәр итә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.

Проекттың маҡсатлы төркөмө – менталь һәм сенсор инвалидлығы булған кешеләр, шулай уҡ Бөрө районында, яҡындағы ҡалаларҙа һәм райондарҙа йәшәгән 55 йәшлек ололар.

Инклюзив экоһуҡмаҡ булдырыу уларға тейелмәгән урындарҙа сәйәхәт итергә һәм ике маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк: ошо урындың тәбиғи һәм мәҙәни-этнографик үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт алырға, шулай уҡ саф һауала физик әүҙемлек күрһәтергә. Маҡсаттарҙың тағы береһе – Бөрө районы үҙәгендә экоһуҡмаҡты туристарҙы, тарихсыларҙы, киң мәғлүмәт сараларын, блогерҙарҙы, ташландыҡ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һөйөүселәрҙе йәлеп итеү урыны итеү.

Усадьба бинаһы һәм уға сиктәш ҡаралтылар уникаль тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары комплексын тәшкил итә. Улар 1905-1908 йылдарҙа төҙөлгән. Был усадьба “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары тураһында”ғы Федераль Законға ярашлы, асыҡланғандар категорияһына ҡарай һәм дәүләт тарафынан һаҡланырға тейеш.

Усадьбаға һуҡмаҡты асыу 2022 йылдың сентябренә планлаштырылған (Бөрө районы, Пионер ауылы, Урман урамы, 1 адресы буйынса), ләкин уны төҙөү эштәре яҙ еткәс башланасаҡ һәм йәй аҙағына тиклем дауам итәсәк. Проект сиктәрендә ихата янында кәм тигәндә 100 кешене йәлеп итеп 15-тән ашыу өмә ойоштороу күҙаллана.

1 февралдән, проект рәсми рәүештә старт алғандан алып, ойоштороусылар маршруттар картаһын, экоһуҡмаҡ элементтары дизайнын: эскәмйәләр, беседкалар, бәҙрәф, пикник зонаһы, брендбук эшләйәсәк. 4 февралдә Пионер ауылында йәшәүселәрҙән өмәләрҙә ҡатнашырға әҙер булыуҙары, уларҙың экоһуҡмаҡты төҙөкләндереү буйынса фекерҙәре тураһында анкета тултырыу ҡаралған.

Март аҙағында ойоштороусылар ҡыуаҡлыҡтарҙы тәртипкә килтерергә, уны ландшафт дизайны буйынса белгес менән бергә киҫеп алырға, кәрәкмәгән ботаҡтарҙы, ҡыуаҡтарҙы йыйып алырға бара. Ә апрелдә баҡсанан ситтә, усадьба янындағы ағастарҙы тәрбиәләү буйынса эштәр башланасаҡ. Көҙөн бында "Эр-вий" традицион спорт-мәҙәни фестивален үткәреү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта экоһуҡмаҡ һалыу, уны йыһазландырыу, уңайлы мөхит элементтарын булдырыу буйынса әҙерлек эштәрендә ҡатнашырға әҙер ирекмәндәрҙе эҙләү иғлан ителгән. Команданың бер өлөшө булырға теләүселәр 89174553967 номеры буйынса Татьяна Хлесткинаға мөрәжәғәт итә ала.

“Был бинала оҙаҡ йылдар Тартыш исемле мәктәп булғанға күрә (тап ошо Пионер ауылына Рус Тартыш ауылынан балалар уҡырға йөрөгән), бина аҙ-маҙ һаҡланған, ләкин хәҙер ул тарҡала башланы. Йылы юҡ, яйлап бөтә нәмә емерелә. Эргә-тирәләге биләмә лә ташландыҡ хәлдә. Шишмәне таҙартырға һәм төҙөкләндерергә, яндауырҙар, быуаға төшкән урында баҫҡыстар ҡуйырға, 10 мәғлүмәт табличкаһы, 14 күрһәткес бағанаһы әҙерләргә, ваҡ таш һибергә, пикник һәм ял зоналары, һуҡмаҡтар план-схемаһы, аудиогид эшләргә, инфраструктура әҙерләргә кәрәк. Беҙ ярҙам итергә әҙер битараф кешеләргә бик шат буласаҡбыҙ”, – тине коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм проект етәксеһе Снежана Йәнгилдина.

Ассоциация президент грантын икенсе тапҡыр ота. “Тәүгеһен ике йыл элек отҡайныҡ, Бөрө районы ауылында япмалы, воркаут өсөн майҙансыҡ менән 15 тренажер майҙансығы эшләнек”, – тине ассоциация етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдә 2022 йылға сираттағы президент гранттары конкурсы башлана. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурстар үҙәгенә грантҡа үҙ ғаризаларын яҡшыртыу буйынса кәңәштәр алыу өсөн консультация-методик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347)218-12-52, nko-rb@mail.ru электрон почтаһы. Конкурсҡа әҙерлек буйынса Ресурс үҙәгенең саралар теҙмәһе БР Йәмәғәт палатаһы сайтында (https://op.bashkortostan.ru/) урынлаштырыласаҡ.

Фото: koshheev.blogspot.com

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас