

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр декабрь айында Сибай ҡалаһындағы «Уралпромтехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте янында ҡарҙың һары, һарғылт ҡыҙыл төҫтә булыуы халыҡ араһында борсолоу тыуҙырғайны. Ҡала башлығы Рөстәм Афзалов талабы буйынса, 7 ғинуарҙан предприятиела киптереү ҡоролмалары эше туҡтатылды. Артабан унда быға тиклем эшләгән фильтрҙар таҙартылды һәм яңылары тоташтырылды.
Ошо көндәрҙә ҡалала БР Экология министрлығының, "Роспотребнадзор"ҙың һәм "Экомониторинг"тың бойондороҡһоҙ лабораториялары өс тапҡыр экология тикшереүе уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә зыян килтереү осрағы теркәлгән, уның буйынса материалдар прокуратураға ебәрелгән, ғәйеплеләр тейешле язаһын аласаҡ.
Дәүләт һәм бойондороҡһоҙ лабораториялар бер үк анализ һөҙөмтәһе күрһәткән - яңыртҡандан һуң фильтрлау ҡоролмаларының һөҙөмтәле эше 98-100 процент тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте, күҙәтеү органдары һәм йәмәғәтселәр ингән эш төркөмө лигносульфаттар киптереү линияһын 1 февралдән эшләтә башларға ҡарар ҡабул иткән.
Производство үҙ ҡеүәтендә эшләй башлағас, лабораториялар ҡайтанан тикшереү уҙғарасаҡ. Сибайҙа башҡаса һары ҡар яумаҫ, тип ышанайыҡ.
Фото: "Башинформ".