

Былтыр декабрь айында Сибай ҡалаһындағы «Уралпромтехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте янында ҡарҙың һары, һарғылт ҡыҙыл төҫкә инеүе халыҡ араһында борсолоу тыуҙырғайны. Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Быға тиклем беҙҙең Дәүләт аналитик контроле идаралығы белгестәре тарафынан “Уралпромтехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡар япмаһының бысраныуына, “һары” ҡарҙың барлыҡҡа килеүенә ҡатнашлығы раҫланды. Предприятие лигносульфанаттарҙы киптереү линияһындағы яңы газ таҙартыу ҡоролмаһын ҡуйыу буйынса эш туҡтатылды.
Газ таҙартыу ҡоролмаһын заманлаштырғандан һуң, Дәүләт аналитик контроле идаралығы белгестәре тарафынан предпрятие сығанаҡтарында ташлау пробалары алынды. Алынған һөҙөмтәләр буйынса һығымталар яһалды – был ҡуйылған ҡоролма эшендә таҙартыу һөҙөмтәлелеге 98 процент тәшкил итә.
Шуны билдәләргә кәрәк, предприятиеға киләсәктә тирә-яҡ мөхитте бысратыу буйынса бындай хәлдәргә юл ҡуймауҙы гарантиялау өсөн лигносульфанаттарҙың ташланыу баһаһы ысулдарын үҙләштерергә һәм аттестацияларға кәрәк”.
Фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.