Экология
4 Февраль 2022, 16:00

Хәҙер реестрҙа тағы ике тәбиғәт һәйкәле бар

Былтыр Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына “Ҡуштау тауы” һәйкәле сиктәре индерелгәйне.

Хәҙер реестрҙа тағы ике тәбиғәт һәйкәле барХәҙер реестрҙа тағы ике тәбиғәт һәйкәле бар
Хәҙер реестрҙа тағы ике тәбиғәт һәйкәле бар

Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре – “Торатау тауы” һәм “Йөрәктау тауы” тәбиғәт һәйкәлдәре сиктәре тураһындағы мәғлүмәттәр индерелгән. Былтыр Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына “Ҡуштау тауы” һәйкәле сиктәре индерелгәйне.

2020 йылдың декабрендә Рәсәй Президенты “Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре” Федераль законына үҙгәрештәрҙе раҫлағайны. Һөҙөмтәлә был үҙгәрештәр айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендәге ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгәндәргә властар менән килешеүе буйынса ер участкаларын файҙаланырға һәм унда капиталь объекттар төҙөргә, үҙгәртеп ҡорорға рөхсәт бирҙе.

– Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына айрыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индереү тәбиғәт экологик системаларын һаҡлау һәм урында йәшәүселәр өсөн мөһим. Ҡуйылған сиктәр һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре режимындағы аныҡ билдәләнгән хоҡуҡ критерийҙары кешеләргә был киңлектә, төҙөлөш булһынмы, баҡсамы, фермер йәки башҡа хужалыҡмы, йүнәлеш табырға һәм үҙ хәрәкәттәренең мөмкинлектәрен бер ниндәй хаталаныуһыҙ асыҡларға ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе республиканың Кадастр палатаһы рәйесе Рөстәм Ғайсин.  

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов та айырыуса һаҡланған биләмәләрҙең сиктәре был биләмәлә йәшәгәндәрҙең хужалыҡ итеү һәм ерҙән файҙаланыу контурҙарын асыҡ асыҡлау өсөн кәрәклеген раҫланы.

Үрҙә әйтелгән ведомстволарҙа хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан ҡул ҡуйылған “юл картаһы” сиктәрендә Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрын мотлаҡ мәғлүмәттәр менән тултырыу өсөн атҡарыла.

Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрының мәғлүмәттәр менән тулыландырылыуы, байытылыуы төбәктәрҙең инвестиция, иҡтисади һәм социаль йөҙөнә лә йоғонто яһай, тип белдерәләр ведомствола.

“Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары – 2019 йылда барлыҡҡа килгән “Торатау” геопаркының төп объекттары. Был үҙенсәлекле геологик объекттар – 300 миллион йыл элек диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән барьерлы риф ҡалдыҡтары.

Фото: geocaching.su

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас