

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Өфө ҡалаһы һәм районындағы, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларындағы экологик хәлгә арналған эш кәңәшмәһе үткәрелде.
“Беҙгә төбәк ҡалалары халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙы гарантиялау өсөн барлыҡ структураларҙың һәм ҙур предприятиеларҙың үҙ-ара эш итеүен көйләргә кәрәк, – тине Андрей Назаров. – Кире шарттарға алып килгән сәбәптәрҙе баһалауға объектив ҡараш булдырыу һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу талап ителә”.
Бөгөнгө хәл тураһында республиканың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
“Ағымдағы йылдың 20 ғинуарынан алып Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта, “БашУГМС” учреждениеһы мәғлүмәттәренә ярашлы, насар метеошарттарҙың беренсе режимы асыҡланды, 22 ғинуарҙан ул икенсе режимға күсте һәм 30 ғинуарға тиклем дауам итте”, – тине Урал Искәндәров. – Был шарттар атмосфераның ер өҫтө ҡатламында бысраҡ матдәләрҙең тупланыуына булышлыҡ итә. 24 ғинуарҙан алып 30 ғинуарға саҡлы Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Наумовка ауылында һауанан өлгөләр алынды. Насар метеошарттарҙы иҫәпкә алып, предприятиеларға билдәләнгән сараларҙы контролдә тотоуы үтә мөһим”.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлауҙы күҙәтеү буйынса федераль идаралыҡ етәксеһе Анна Казактың сығышынан күренеүенсә, идаралыҡ санитар-эпидемиологик ҡануниәт талаптарының күҙәтелеүе буйынса тикшереүҙәр үткәрә.
Был тема буйынса алдағы кәңәшмә мартта үткәреләсәк, унда эш йомғаҡтары һәм алдағы бурыстар ҡаралырға тейеш.
Фото: pravitelstvorb.ru.