Экология
17 Февраль 2022, 10:00

Ҡоралайҙың хәле нисек?

Былтыр йәй Ғафури районында ҡотҡарылған ике аҙналыҡ ҡына ҡоралай тураһында быға тиклем дә яҙғайныҡ. 

Ҡоралайҙың хәле нисек?Ҡоралайҙың хәле нисек?
Ҡоралайҙың хәле нисек?

Ете ай элек Ғафури районының Игенйылға ауылындағы дөйәғош фермаһына алғы тояғы йәрәхәтләнгән ҡоралайҙы килтерәләр. Ветеринар килеп ҡарағас, уның ни бары ике аҙналыҡ ҡына булыуын белдерә. Малҡайға операция эшләйҙәр. Ул яйлап һауығыуға табан бара. Ярты йылдан сатанлап үҙаллы йөрөй башлай.

Ҡырағай йәнлеккә тәүге өс айҙа ҡайнатылған һөт кенә биргәндәр. Һуңынан яйлап туҡланыу режимына үҙгәрештәр индерелә. Хужалыҡ хеҙмәткәре Азамат Ҡалмырҙин билдәләүенсә, ҡоралай күҙгә күренеп үҫеп килә. Уға Олешка тигән ҡушамат биргәндәр.

Ҡоралай бик теремек. Вольерҙа башҡа хайуандарҙан айырым тотола. Экологтар билдәләүенсә, ул хәҙер иректә йәшәй алмаясаҡ, шуға бындай шарттарҙа йәшәү уға хәйерлерәк булыр.

Ғафури районындағы дөйәғош фермаһында яраланған хайуандар бихисап: машина бәрҙергән төлкө, ҡапҡанға эләккән бурһыҡ. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙы һәйбәт ҡарай, ветеринар күҙәтеүе аҫтында тота.

Фото һәм сығанаҡ БЮТ телеканалы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас