Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Февраль 2022, 20:30

Ике геопаркты ла үҫеш көтә

Радий Хәбиров: "Сираттағы маҡсатыбыҙға табан эҙмә-эҙлекле барабыҙ".

Ике геопаркты ла үҫеш көтә
Ике геопаркты ла үҫеш көтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарын үҫтереү тураһында яҙҙы.

“Сираттағы маҡсатыбыҙға – “Торатау” паркы өсөн ЮНЕСКО геопаркы статусын алыуға табан эҙмә-эҙлекле барабыҙ. Бөгөн ЮНЕСКО эксперттары мистер Галлоуэй (Ирландия) һәм мистер Баррера (Испания) менән ошо геопаркты үҫтереү буйынса пландарыбыҙҙы ентекле тикшерҙек.

Быйыл беҙ Торатау түбәһендә баҫҡыс һала башлайбыҙ. Шуныһы мөһим – шихандың үҙенсәлекле флораһына һәм фаунаһына зыян килтермәҫ өсөн бөтә эштәр ҙә экологик нормативтарҙы иҫәпкә алып башҡарыласаҡ. Шулай уҡ “Торатау” геопаркы биләмәһендә ҙур капиталь визит-үҙәк проектлайбыҙ.

Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән тәүге геопарк – “Янғантау”ҙа ла эште дауам итәбеҙ. Хәҙер унда “Мәсетле” геологик комплексын, “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркын, “Каруанһарай” этнокомплексын әүҙем үҫтерәбеҙ. “Янғантау”ҙа тәбиғи-фәнни музей, танып белеү һәм мемориаль парктар, балалар белем биреү үҙәге, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге лабораториялары барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллана.

ЮНЕСКО эксперттары “Торатау”ға ҡағылышлы ниндәй ҡарар ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, геопарктарыбыҙҙың икеһен дә үҫтерәсәкбеҙ. Улар туристарҙы, уҡыусыларҙы, студенттарҙы һәм ғалимдарҙы йәлеп итеү нөктәләренә әүерелер, тип ышанам һәм Башҡортостандан, Рәсәйҙән генә лә түгел”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: