Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы барышында Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек тураһында һөйләне һәм социаль селтәрҙә ошо хаҡта пост ҡуйҙы.
“Яҙғы ташҡын ваҡытында Башҡортостан йылғаларында һыу кимәленең нисек артыуын күҙәтергә мөмкин. Былтыр эшләгән 44 гидропостҡа тағы унау өҫтәлде һәм уларҙың дөйөм һаны 54 тәшкил итә.
“Ташҡын 2.0” мәғлүмәт системаһы ҡотҡарыу хеҙмәттәренә яҙғы ташҡынды контролдә тоторға ярҙам итә. Республикала йәшәүсе һәр кем һыу кимәле тураһында мәғлүмәтте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында ҡарай ала: ttps://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB
Картаға бөтә гидропостар ҙа яҙылған. Улар ярҙамында йылғаларҙағы хәлде онлайн-режимда ҡарарға һәм видеокамералар ярҙамында хәлде күҙалларға мөмкин – улар һәр поста бар. Ошонда уҡ һуңғы өс тәүлектә һыу кимәле динамикаһы сағылдырыласаҡ.
Быйыл Башҡортостан йылғаларында боҙҙоң ҡалынлығы башҡа йылдарҙың уртаса күрһәткесенән түбәнерәк, шуға күрә тығындар барлыҡҡа килеү хәүефе аҙыраҡ. Ләкин республиканың 22 ҡала-районындағы 57 участкала уларҙың булыуы ихтимал. Башгидрометтың быйылғы яҙғы ташҡындың ниндәй буласағы тураһында фаразы 25 мартҡа көтөлә.
Ташҡын ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://gkchs.bashkortostan.ru/activity/20780/
Фото: ufaved.info