Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Апрель , 22:00

Быйыл күпме ағас ултыртыласаҡ?

Республикала "Йәшел Башҡортостан" һәм "Хәтер баҡсаһы" акцияларын үткәрергә әҙерләнәләр. 

Быйыл күпме ағас ултыртыласаҡ?
Быйыл күпме ағас ултыртыласаҡ?

“Йәшел Башҡортостан” экологик проектының яҙғы этабы 23 апрелдә – Берҙәм акция көнөндә башлана һәм 2022 йылдың 10 майында тамамлана. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Акцияны үткәреү барышында төбәк биләмәһендә 38 тематик аллея ултыртыу күҙаллана. Йәшелләндереү өсөн 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ, шул иҫәптән 16 мең эре ағас әҙерләнгән.

– Бынан тыш, Еңеү көнөн байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған 1 900 һәйкәл, стела һәм обелиск биләмәһе таҙартыласаҡ, – тип өҫтәне Алан Марзаев.

Быйыл 1 апрелдән республикала иҫке резина покрышкаларҙы утилләштереү буйынса “Шина” тигән яңы акция башланды. Улар балалар майҙансыҡтарының йомшаҡ япмаһын эшләү өсөн эшкәртеүгә ебәреләсәк. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Шиналар йыйыу нөктәләре тураһында мәғлүмәт ҡала хакимиәттәре сайттарында урынлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙың иғтибарын йәшелләндереүҙә ҙур ағастар ултыртыуҙы киң файҙаланыу кәрәклегенә йүнәлтте.

– “Йәшел Башҡортостан” – республикала иң яҡты ғаилә акцияларының береһе. Унда ҡатнашыу өсөн бөтә шарттар – кәрәкле инвентарь, үҫентеләр һанын күҙ уңында тотоу, ыңғай байрам мөхитен булдырыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Аллеяларға килгәндә, ҙур ағастарға өҫтөнлөк бирергә һүҙ ҡуйыштыҡ.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә кешеләрҙең ебәргән тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, республиканың баш ҡалаһында 18 тематик аллея булдырыласағын белдерҙе. Улар өсөн 800 ағас һәм 500 ҡыуаҡ әҙерләнгән. Ошо уҡ ваҡытта аллея биләмәһе төҙөкләндереләсәк һәм асфальт түшәләсәк. Бында рәшәткәләр, урналар, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, үҫемлектәргә автоматик һыу һибеү системалары урынлаштырыласаҡ.

Быйыл ҡаланың тарихи үҙәгендә “йәшел каркас” тергеҙелә башлай, тип хәбәр итте ҡала мэры. Был проект Ленин урамынан бойомға ашырыла башлай. 2022 йылда Өфө ихаталары, социаль объекттары һәм йәмәғәт киңлектәре биләмәһендә бөтәһе 3,1 мең ағас ултыртыла.

Баш ҡала хакимиәте Салауат Юлаев проспектын комплекслы йәшелләндереү концепцияһын да әҙерләгән. Ул 2022 йылдың көҙөндә Зәки Вәлиди урамы менән киҫелештә башлана.

Республика Башлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөнөң Киров районындағы “Көньяҡ” паркын һәм Сипайлово биҫтәһендәге “Ҡоштар” скверын төҙөкләндереүҙе тамамларға ҡушты. Алан Марзаев һүҙҙәренсә, унда эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формалары ҡуйырға, йәшелләндерергә генә ҡала.

- Көндәр йылытҡанда ҡала халҡы уларҙа йөрөй алһын өсөн был парктарҙы мотлаҡ еренә еткереп эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов 2022 йылға урманды тергеҙеү пландары хаҡында һөйләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, ултыртылған майҙан тотош ҡырҡыуҙар кимәленән 900 гектарға артып, 14,9 мең гектарға еткән, тип билдәләне ул. Был план күрһәткесенән 6,6 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, быйыл 14,6 мең гектарҙа ағастар ултыртыласаҡ.

“Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары барышында Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик парк биләмәһен яңы урман үҫентеләре өсөн үҙәк майҙансыҡ итеп һайланылар. 1 майҙа уға 700-ләгән ҡунаҡ килер тип күҙаллана. Улар “Геройҙар аллеяһы” паркы биләмәһендә нигеҙ һала.

– Был аллеяны булдырыуға бик иғтибарлы һәм яуаплы ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. - Эштәрҙе сифатлы итеп башҡарыу өсөн белгестәр саҡырыуҙы һорайым.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в