Март аҙағында 4-се зона буйынса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү операторы – “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Бәләбәйҙә пластик һәм алюмин тараларҙы ҡабул итеү өсөн фандоматтар ҡуйҙы.
Икенсел сеймалды тапшырған һәр кешегә Ecoplatform бонус программаһы буйынса экобонустар иҫәпләнә. Уларҙы тауар һатып алғанда ташлама рәүешендә файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн https://bonus.ecoplatform.ru сайтында теркәлергә һәм статистиканы күҙәтергә кәрәк.
– Фандоматтар ҡаланың биш магазинына ҡуйылды. Фандомат меңгә яҡын пластик шешә йәки алюмин банка ҡабул итә ала, – тине “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илнур Шакиров.
– Республика өсөн был – мөһим ваҡиға, сөнки беҙ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһын һәм граждандарҙың экологик мәҙәниәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Ғәмәлгә индерелгән яңы технологиялар эшкәртеү процентын арттырыуға, полигондарҙағы сүп-сар күләмен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, – тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Төбәк операторы шулай уҡ Октябрьский ҡалаһындағы магазиндарҙа ла ете фандомат ҡуйыу мәсьәләһен тикшерә.
Фото: vk.com