Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Апрель 2022, 09:20

Бурысымды үтәйем тиһәң...

Быйыл 49 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыласаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Ысын ир-егет йорт һалырға, ул үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш. Был хәҡиҡәтте бөтәһе лә белә. Йорт һалыу һәм ул үҫтереү менән әллә ни ауырлыҡтар булмаһа, күптәрҙең ҡала шарттарында йәшәүен иҫәпкә алһаң, ағас ултыртыу менән ҡыйынлыҡ тыуыуы ихтимал. Баҡһаң, хәҙер һәр теләгән кеше үҙенең “исемле” үҫентеһен һатып ала, уның өсөн аллея һайлай һәм үҙ ҡулдары менән ултырта ала.

 

“Әле күпселек кеше фатирҙарҙа йәшәй һәм уларҙың үҙ ер участкалары юҡ. Беҙ был мәсьәләне хәл итеү юлын тәҡдим итәбеҙ. Муниципалитеттар сайттарында реквизиттар күрһәтелгән, унда аллеяны, ағас төрөн һайларға, уның өсөн түләргә һәм ғаилә менән бергә ултыртырға була. Шул уҡ ваҡытта түләнгән үҫентелә куар-код урынлаштырыласаҡ һәм был ағасты кем, нисәнсе йылда ултыртҡаны күренеп торасаҡ”, – тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Исемле ағастарҙы етеп килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ултыртыу күҙаллана. Республикабыҙ кешеләре был сараны йыл һайын көтөп ала, ғаиләләре менән бергә ҡатнаша. Изге эштә ҡатнашыу күңел тыныслығы ла бирә бит.

“Йәшел Башҡортостан” экологик проектының яҙғы этабы 23 апрелдә – Берҙәм акция көнөндә башлана һәм 2022 йылдың 10 майында тамамлана.

Акцияны үткәреү барышында төбәк биләмәһендә 38 тематик аллея ултыртыу күҙаллана. Йәшелләндереү өсөн 49 мең ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 16 мең эре ағас әҙерләнгән.

Алан Марзаев әйтеүенсә, быйыл яҙ республикала 40 яңы аллея булдырыла. Улар араһында – Ағиҙелдәге алма, Бәләбәйҙәге миләш аллеяһы һәм Дуҫлыҡ аллеяһы, Благовещенда Хәтер һәм “Сиркәүҙе тергеҙеү” аллеяһы, Баймаҡта эрбет аллеяһы, Белоретта Дан аллеяһы, Дәүләкәндә эшҡыуарҙар, Дүртөйлөлә “Күләгәле аллея” һәм “Пионер аллеяһы”, Мәләүездә студенттар аллеяһы, Туймазыла медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар буласаҡ.

Был туралағы һөйләшеү дүшәмбелә Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә булды. Алан Марзаев яҙға планлаштырылған башҡа экологик акциялар тураһында ла әйтте.

– Бынан тыш, Еңеү көнөн байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған 1900 һәйкәл, стела һәм обелиск биләмәһе таҙартыласаҡ, – тип өҫтәне ул.

Быйыл 1 апрелдән республикала иҫке резина покрышкаларҙы утилләштереү буйынса “Шина” тигән яңы акция башланды. Улар балалар майҙансыҡтарының йомшаҡ япмаһын эшләү өсөн эшкәртеүгә ебәреләсәк. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Шина йыйыу нөктәләре тураһында мәғлүмәт ҡала хакимиәттәре сайттарында урынлаш­тырылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙың иғтибарын йәшел­лән­дереүҙә ҙур ағастар ултыртыуҙы киң файҙаланыу кәрәклегенә йүнәлтте.

– “Йәшел Башҡортостан” – республикала иң яҡты ғаилә акцияларының береһе. Унда ҡатнашыу өсөн бөтә шарттар – кәрәкле эш ҡоралдары, үҫентеләр һанын күҙ уңында тотоу, ыңғай байрам мөхитен булдырыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Аллеяларға килгәндә, ҙур ағастарға өҫтөнлөк бирергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Бәләкәй үҫентеләрҙән әллә ни файҙа юҡ, уларҙы ҡар һындырасаҡ, күптәре үҫеп китә алмаясаҡ.

Өфөлә лә ҙур эштәр көтөлә. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, социаль селтәрҙә кешеләрҙең ебәргән тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, республиканың баш ҡалаһында 18 тематик аллея булдырыласағын белдерҙе. Улар өсөн 800 ағас һәм 500 ҡыуаҡ әҙерләнгән. Ошо уҡ ваҡытта аллея биләмәһе төҙөкләнде­реләсәк һәм асфальт түшәләсәк. Бында рәшәткәләр, сүп-сар йәшниктәре, эскәм­йәләр ҡуйыласаҡ, үҫемлектәргә автоматик һыу һибеү системалары урынлаш­тырыласаҡ.

Быйыл ҡаланың тарихи үҙәгендә “йәшел каркас” тергеҙелә башлай, тип хәбәр итте ҡала мэры. Был проект Ленин урамынан бойомға ашырыла башлай. 2022 йылда Өфө ихаталары, социаль объекттары һәм йәмәғәт урындары биләмәһендә бөтәһе 3,1 мең ағас ултыртыла.

Баш ҡала хакимиәте Салауат Юлаев проспектын комплекслы йәшелләндереү концепцияһын да әҙерләгән. Ул 2022 йылдың көҙөндә Зәки Вәлиди урамы менән киҫелешкән урында башлана.

Республика Башлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөнөң Киров районындағы “Көньяҡ” паркын һәм Сипайлово биҫтә­һендәге “Ҡоштар” скверын төҙөкләндереүҙе тамамларға ҡушты. Алан Марзаев һүҙҙәренсә, унда эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формалары ҡуйырға, йәшел­ләндерергә генә ҡала.

Урмандарҙы тергеҙеү – шулай уҡ ҙур һәм мөһим мәсьәлә. Кәңәшмәлә был турала ла һөйләшеү булды. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов 2022 йылға пландар хаҡында һөйләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, ултыртылған майҙан тотош ҡырҡыуҙар кимәленән 900 гектарға артып, 14,9 мең гектарға еткән, тип билдәләне ул. Был план күрһәткесенән 6,6 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, быйыл 14,6 мең гектарҙа ағас ултыртыласаҡ.

“Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары барышында Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик парк биләмәһен яңы урман үҫентеләре өсөн үҙәк майҙансыҡ итеп һайланылар. 1 майҙа унда 700-ләгән ҡунаҡ килер тип күҙаллана. Улар “Геройҙар аллеяһы” паркы биләмәһенә нигеҙ һаласаҡ.

– Был аллеяны булдырыуға бик иғтибарлы һәм яуаплы ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Эштәрҙе сифатлы итеп башҡарыу өсөн белгестәр саҡырыуҙы һорайым.

 

Рауил ЗАҠУАНОВ, Өфө ҡалаһы:

– Мин – ҡала кешеһе, ауылда туғандар ҙа, баҡсабыҙ ҙа юҡ, тик өлкәнәйгән һайын ағас ултыртыу теләге ҙурая. Ҡала уртаһында тора килеп ағас ултыртып булмай бит. Элек нисектер ағас ултыртыу акцияларында ҡатнашыу тураһында уйламай инем, быйыл иһә барырға, ҡатнашырға ҡарар иттем. Йортом да бар, ике улым да бар, ағасым да булһын ине.

 

Альбина ИҪӘНБАЕВА, Дүртөйлө ҡалаһы:

– “Йәшел Башҡортостан” акцияһында йыл һайын ҡатнашам. Элек эштән ҡушҡанға бара инем, һуңғы йылдарҙа ғаиләбеҙ менән үҙ теләгебеҙ буйынса йөрөйбөҙ. Был эштең кәрәклеген, мөһимлеген аңлайым һәм балаларымды ла тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тыуҙырып тәрбиәләргә тырышам.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: