Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Апрель 2022, 22:00

Ҡар өйөмө аҫтынан аҡса табылған!

Кисә Әбйәлил районының Ташбулат мәктәбе уҡытыусыларының шәмбе өмәһенә сығып, ҡар өйөмө аҫтынан бик мул аҡса табыуы хаҡындағы хәбәр социаль селтәрҙе шаулатты.

Ҡар өйөмө аҫтынан аҡса табылған!
Ҡар өйөмө аҫтынан аҡса табылған!

Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында быйылғы йылдың тәүге шәмбе өмәләре үтте. Тирә-яҡты таҙартыу эшенән Әбйәлил уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы.

Ташбулат урта мәктәбе уҡытыусыларының бер төркөмө автомобиль трассаһын таҙартырға сыға. "Банная усадьба"нан Магнитогорск юлына киткән яҡта уларҙың береһе ҡар аҫтынан күренеп ятҡан ике меңлек ҡағыҙ аҡсаларға юлыға. Аҡса бик мул күренә, таҙартҡан һайын сығып ҡына тора. Ярҙамға ул иптәштәрен саҡыра. Бысранған аҡсаны йыя башлайҙар һәм... уларҙың ялған аҡса икәнлегенә төшөнәләр.

Байтағын тоҡтарға тултырғас, кемдер иҫтәлеккә фото төшәйек, тип, табылған аҡсалар менән фотоға төшәләр. Аҙаҡ ҡыҙыҡ күреп таныш-белештәренә ебәрәләр. Һәм социаль селтәрҙәрҙә төрлө уйҙырмалар күренә башлай.

Шулай ҙа ялған аҡсалар араһынан бер генә бөртөк ысын 50 һумлыҡ та табыла. Уларҙы кем ташлағаны уныһы билдәһеҙ, әммә шәмбе өмәләренә аҙна һайын сығыу өсөн шәп реклама!

Фото: Гөлшат Ғизетдинова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: