Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Апрель 2022, 15:30

1 майҙы көтмәҫкә!

Башҡортостан Башлығы үҙенең яңылышҡанын танып, эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты. 

1 майҙы көтмәҫкә!
1 майҙы көтмәҫкә!

Яҙ еткәс, ҡала һәм ауылдарыбыҙға ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан арынырға кәрәк. Был маҡсатта республикала аҙна һайын тиерлек өмәләр ойошторола. Алдағы кәңәшмәләр ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә муниципалитеттарға 1 майға тиклем барлыҡ таҙартыу эштәрен тамамларға ҡушҡайны. Был юлы иһә эштәрҙе тиҙләтергә тигән йөкләмә ҡуйҙы.

“Мин 1 майға таҙартып бөтөргә кәрәк тигән йөкләмә ҡуйған саҡта, әҙерәк яңылышҡанмын икән, ҡар оҙаҡ ирер һәм тиҙ генә йыйыштырып бөтөп булыр тип уйламағайным. Әммә, күренеүенсә, ҡар тиҙ иреп бөттө, тимәк, сүп-сарҙы йәһәтерәк таҙартыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был аҙнала әүҙем эшләргә кәрәк, 1 майҙы көтмәгеҙ. Кешеләрҙе, техниканы сығарығыҙ, бөтә көстө һалығыҙ. Бар коммуналь хеҙмәттәр юғары тәртиптә эшләһен. Урамдарҙы һәм тротуарҙарҙы йыуа башларға ла ваҡыт. Сүп-сар ятмаһын”, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республика етәксеһе Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә мөрәжәғәт итеп, баш ҡалала эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды.

– Башҡараһы эштәр бар әле. Бысраҡ күп йыйылған. Салауат Юлаев проспекты буйынса айырым рәүештә көстәрҙе туплайбыҙ. Бөгөн юлға тамға һала башлайбыҙ, – тине ул.

Эш, ысынлап та, күп. Май башланғансы муниципалитеттарға бөтә ауыл һәм ҡалаларҙы, шул иҫәптән, ихаталарҙы, йәмәғәт киңлектәрен һәм яр буйҙарын таҙартып бөтөргә кәрәк.

Фото: mkset.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: