Бөгөн баш ҡалала үткән Экология форумы сиктәрендә республиканың Балалар экология үҙәге тарафынан ойошторолған “Йәш урбанист” йәш экологтар конкурсы башланды. Конкурстың йомғаҡтары иртәгә билдәле буласаҡ. Йәш экологтар тәҡдим иткән проекттар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был проекттар менән ентекле танышып сыҡты. Уға айырыуса 46-сы һанлы лицей уҡыусылары Адель Фәттәхова менән Милена Кафидованың Ҡурай-парк проекты ҡыҙыҡлы булды. Ҡыҙҙар экологик зоналарға бүленгән ғаилә менән ял итеү паркының макетын күрһәтте.
"Беҙ тәҡдим иткән проектта ете ял итеү зонаһы буласаҡ. Асыҡ һауала кинотеатр, концерт, спорт, балалар майҙансыҡтары, йәйәү йөрөү өсөн һуҡмаҡтар. Парк тирәләй ағастар ултыртырға кәрәк", - ти ҡыҙҙар. Улар Затон биҫтәһендә йәшәй һәм паркты Миловка менән Дмитриевка ауылдары араһындағы баҫыуҙа эшләргә тәҡдим итә.
Ә бына 60-сы лицейҙа белем алған Мира Хузиева менән Валерия Щукина ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын икенсел эшкәртеүгә ебәргәндән һуң килеп сыҡҡан сеймал ярҙамында төҙөлгән парк концепцияһын тәҡдим итә.
Ҡыҙҙарҙың фекеренсә, бында ағастан яһалған һындар, шиналарҙан эшләнгән спорт майҙансыҡтары булырға тейеш. Пластик ҡапҡастар, шешәләр йыйыу өсөн автоматтар торһа, экологик саралар үткәрелһә, үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреү күпкә еңелләшер ине, ти 5-се класта белем алған йәш экологтар.
Фото: "Башинформ".