Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Апрель 2022, 17:00

Экология форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә

Бөгөн баш ҡалала VI “Экология форумы” эш башланы. Сара сиктәрендә Экология һәм технологиялар күргәҙмәһе асылды.

Экология форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә
Экология форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә

Йылда яҙын үткәрелгән күләмле сараны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Күргәҙмәне ҡарап сыҡты, Благовещен ҡалаһындағы ПОЛИЭФ ойошмаһы эргәһендә асылған ҡояш электр станцияһының эшенә старт бирҙе.

“Төбәк экологияһы. Тармаҡтың үҫеш тенденциялары” тип аталған пленар ултырышты Рәсәй экология йәмғиәте башлығы, “Экология” милли проекты советының Йәмәғәт-эксперт рәйесе Рәшит Исмаилов алып барҙы. Пленар ултырышта онлайн-форматта Рәсәй Федерацияһы Советының аграр-етештереү һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Зленко, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты ағзаһы Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һәм башҡалар ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне.

Республика Премьер-министры ултырыштың темаһын асып, Хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп бурысын билдәләне: республика йәшәү өсөн һәр яҡлап уңайлы булырға тейеш.

— Был мәсьәлә ҡатмарлы. Уңайлы төбәк өсөн бер яҡтан производство һәм эш урындары булдырырға тейешбеҙ, икенсе яҡтан саф һауа һәм уңдырышлы ерҙәр кәрәк. Бының өсөн республикала барыһы ла бар: тәбиғи ресурстар, кадрҙар, етештереүгә бай территория, — тине Андрей Назаров.

Премьер-министр билдәләүенсә, сәнәғәт тармағы республика иҡтисадының өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм төбәктә уға булышлыҡ итеү буйынса саралар даими яңыртыла. Шуның менән бергә ул төбәктең сәнәғәт потенциалын үҫтереүҙе экологик киңлектән айырып ҡарау мөмкин түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһы бик мөһим. Бында беҙ системалы эш алып барабыҙ, — тине Андрей Назаров һәм көнүҙәк булып ҡалған бер нисә йүнәлеште билдәләне.

Беренсеһе — һауа сифаты менән идара итеүҙең берҙәм системаһын төҙөү. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һауаның бысраныуын контролдә тотоу буйынса автоматлаштырылған ун станция төҙөлә. Быйыл тағы ла ике станцияны сафҡа индереү планлаштырыла.

Икенсе йүнәлеш — "ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһы" сараларын системалы тормошҡа ашырыу.

– Беҙ был тармаҡта эш башлағас, һорауҙар һәм хәл ителмәгән мәсьәләләр күп булды. Әммә бөгөнгө көнгә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәте менән тәьмин итеү 99 % тәшкил итә. Реформа башланғандан алып өс йыл үтте, ошо арауыҡ эсендә контейнерҙар һатып алынды, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн махсус урындар булдырылды. Уларҙың һаны 2,5 тапҡырға артты. "Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу" буйынса федераль программаға индек. Федераль бюджет иҫәбенә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға бүлеп йыйыу өсөн 1296 контейнер һатып алынды. Быйыл эш дауам итәсәк, -  тине Премьер-министр.

Артабанғы йүнәлеш — республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү сәнәғәтен булдырыу. Башҡортостан был йәһәттән төҙөлөш өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөкләндереү буйынса федераль программала ҡатнашыу кәрәклеген белдерә.

Дүртенсе йүнәлеш "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

— 2024 йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә урынлашҡан алты рөхсәтһеҙ полигонды бөтөрөү ҡаралған. Быйыл Баймаҡ ҡалаһы эргәһендәге полигонды бөтөрөү өсөн федераль бюджеттан 180,5 миллион һум күләмендә субсидия алдыҡ, — тине Андрей Назаров.

Республика Премьер-министры Башҡортостан биләмәһендә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелгән объекттарҙы бөтөрөү буйынса сараларҙы атаны. Был эш Росприроднадзор менән берлектә алып барыла.

 

Иҡтисадты яңыртыла торған энергия сығанаҡтарына күсеүгә яраҡлаштырыуҙа етди иғтибар талап иткән төп йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләнде.

– Беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып парник газдарын сығарыуҙы ирекле инвентаризациялау буйынса эш алып бара. Башҡортостан углеродлы полигондар селтәрен булдырыу өсөн федераль программа буйынса пилот төбәктәр исемлегенә индерелде. Беҙҙә "йәшел энергетика" үҫешендә илдең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инергә мөмкинлек бар. Ә бына иҡтисадтың секторын үҫтереү һәм сәнәғәт предприятиеларының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү араһында тигеҙлек һаҡлау мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Пленар ултырыштан һуң форумда ҡатнашыусыларҙы түңәрәк өҫтәлдәр артында һөйләшеүҙәр, конкурстар һәм фәһемле осрашыуҙар көтә. Форум ике көн дауам итәсәк. Балалар өсөн майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре алырға була.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: