Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Апрель 2022, 14:15

Экология министры алмашынды

Элекке министр Урал Искәндәровҡа ла яңы вазифа йөкмәтелде. 

Экология министры алмашынды
Экология министры алмашынды

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадр үҙгәрештәре тураһында иғлан итте. Шулай, бөгөндән республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарасаҡ.

– Һеҙҙең өсөн был эш аңлайышлы. Һеҙ министр урынбаҫары булараҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформа барышына идара иттегеҙ. Хәҙер артабан эшләргә кәрәк. Эш күләме бик ҙур, – тине Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, Нияз Фазылов 2021 йылдың апреленән Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе ине, ә уға тиклем тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары булды.  

Быға тиклем тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры булған Урал Искәндәров Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

– Урал Салауат улын был мөһим вазифаны үтәүгә саҡырыу минең шәхси ҡарарым булды. Ул - профессиональ юрист, республиканы, тәбиғи ресурстар өлкәһен яҡшы белә. Шуға күрә минең бик көслө ярҙамсым барлыҡҡа килә, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: