Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Апрель 2022, 16:00

Уның ҡушаматы – Бөрйән айыуы

 “Урман хужаһы” Иҫке Собханғол Мәҙәниәт һарайында сираттағы фотокүргәҙмәһен асты

Уның ҡушаматы – Бөрйән айыуы
Уның ҡушаматы – Бөрйән айыуы

Яҙыусы, фоторәссам, журналист Флүр Ғазин: “Миңә кешеләр араһында йәшәүгә ҡарағанда тәбиғәттә еңелерәк, рәхәтерәк”, – ти.

Аҙ һүҙле, төплө фекерле, балалай саф күңелле, хәйләһеҙ, шул уҡ ваҡытта сәмсел, ныҡыш ир ысынлап та тәбиғәт балаһы. Уға олатаһы: ”Борон ер шарында көслө цивилизация булған. Унда биреләр йәшәгән, завод-фабрикалар төҙөп, донъяны бысратып, һыуҙарҙы ҡоротоп, урмандарҙы ҡырып бөткәс, Аллаһ Тәғәлә уларҙы бөтөрөп, кешене яралтҡан. Биреләр беҙҙең менән параллель донъяла йәшәй, күҙгә күренмәй”, – тигән.

Флүр Сабирйән улының “Бүре күҙендә һағыш” тип исемләнгән фотокүргәҙмәһе ер-һыуыбыҙҙың иҫ киткес гүзәллеген, һәр күренештәге тәрән фәлсәфәне аса; хайуан-кейектең, хатта уҫал бүре менән айыуҙың да, аҡыллы, уйсан күҙҙәре аша тәбиғәтебеҙҙең ҡурсалауға мохтажлығын аңлата.

“Тәбиғәтте һаҡларға саҡырған мәҡәләләрем, хикәйәләрем, бына ошо фотокүргәҙмәм йөҙ кешенең береһен булһа ла уйға һалһа, маҡсатыма ирешер инем”, – тип өҙгөләнгән “Бөрйән айыуы”ның “Флүрография. Уйланылмаған, уйланылған тормош мажаралары” исемле өр-яңы китабы ла тәбиғәткә сығыуҙы машинала елдереп барып, тапандыла шашлык ҡурып, ашап-эсеп ҡайтырға күнеккән замандаштарымдың күҙен асыр, тип уйлайым.

Үҙенсәлекле шәхес Флүр Ғазин тураһында “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарынын береһендә уҡырһығыҙ.

Фото: https://burzyanrdk.ru/ 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: