Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Апрель 2022, 14:10

Баймаҡтар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты

Шыршы ғына түгел, был юлы баймаҡтар 20 кедр үҫентеһе лә ултыртnы.

Баймаҡтар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты
Баймаҡтар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты

Республикала иғлан ителгән "Йәшел Башҡортостан" акцияһына баймаҡтар ҙа дәррәү ҡушылды. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашыусылар ун биш 2,5 метрлыҡ шыршы ултыртты. Шулай уҡ проспектта Удмурт Республикаһындағы «Кедр 18» питомнигынан килтерелгән 20 кедр ултыртылған. Питомник хеҙмәткәре ағас ултыртыу серҙәре буйынса кәңәштәр биргән. 

Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. «Питомник вәкиле ағас ултыртыу эше буйынса кәңәштәр бирҙе. Ҡаланы һәм районды йәшелләндереүҙә ҡаланың хеҙмәт коллективтары һәм ауыл биләмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Артабан беҙгә яңы йәшел үҫентеләрҙе тейешенсә тәрбиәләү мөһим», — тигән Фәнис Әминев.

Тиҙҙән Баймаҡ урамдарын мәңге йәшел шыршылар ғына түгел, кедр ағастары ла йәмләр. Бының өсөн район һәм ҡала халҡына яңы ултыртылған үҫентеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ булыу талап ителә.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Баймаҡтар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты
Баймаҡтар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты
Баймаҡтар "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: