"Күптән түгел, беҙ ташҡын ныҡ булмаһын өсөн бөтә нәмәне эшләйбеҙ, тип хәбәр иткәйнем. Хәҙер иң хәүефле кимәлде үтеп барабыҙ. Бөгөнгә республикала йылғаларҙа һыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә.
Ташҡынға әҙерлекте быйыл автоматлаштырылған һаҡтар, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ярҙамында ойошторҙоҡ. Ташҡын хәүефе юғары булған урындарҙа ҡотҡарыу суднолары менән дә, йәйәүләп тә рейдтар алып барылды.
Шундай рейдтарҙың береһендә Өфө янындағы Кооператив ялан һәм Нижегородка биҫтәләрендә, шулай уҡ Дим йылғаһы буйында һыу баҫҡан йорттар булмағанын күреү ҡыуандырҙы.
Хәүефле осорҙоң имен үткәнен яуаплы хеҙмәттәр айырым күҙәтеүҙә тота", – тип хәбәр итте Премьер-министр телеграм-каналда.
Фото: скриншот.