Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Апрель 2022, 21:00

Иң кескәй ағас ултыртыусыға - ун ай!

 Стәрлетамаҡта "Йәшел Башҡортостан" акцияһы юғары кимәлдә үтте. Ошо сарала ҡатнашыусы ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, 180 тонна сүп-сар һәм былтырғы ҡоро япраҡ йыйып алынды.

Иң кескәй ағас ултыртыусыға - ун ай!
Иң кескәй ағас ултыртыусыға - ун ай!

 Стәрлетамаҡта "Йәшел Башҡортостан" акцияһы юғары кимәлдә үтте. Ошо сарала ҡатнашыусы ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, 180 тонна сүп-сар һәм былтырғы ҡоро япраҡ йыйып алынды.

Бынан тыш 10 аллея, 7 меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды.
Шул иҫәптән, "Содовик" паркында зәңгәр шыршы һәм декоратив алма ағастары ултыртылды.
Ҡала халҡын ҙур концерт һәм хәрби ҡорал күргәҙмәһе, ялан ашы менән дә һөйөндөрҙөләр ойоштороусылар. Ағас ултыртыуҙа күптәр ғаиләләре менән килгәйне, хәрби патриотик хәрәкәттәр вәкилдәре, ветерандар, депутаттар ҡатнашты.


Ҡалабыҙҙы матурлауҙа бөгөн Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов та үҙ өлөшөн индерҙе.
Ә сараның иң ҡәҙерле ҡунағы, Бөйөк Ватан һуғышы Ветеран, 95 йәшлек Михаил Иванович Калабухов булды. Акцияның иң кесе ҡатнашыусыһына ни бары 10 ай. Быуындар бәйләнеше, ватансылыҡ, тирә-яҡҡа ҡарата иғтибарлылыҡ «ZaРоссию!» концертында ла асыҡ сағылды.
Ошондай акциялар, саралар йышыраҡ булып, ҡала халҡы унда әлегеләй дәррәү ҡатнашып, берҙәм булһа, әлбиттә, беҙҙең киләсәгебеҙ ҙә ныҡлы буласаҡ!

Иң кескәй ағас ултыртыусыға - ун ай!
Иң кескәй ағас ултыртыусыға - ун ай!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: