Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Апрель 2022, 18:30

"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?

Баймаҡ урман хужалығы менән Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе араһындағы хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло.

"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?
"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?

Тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Ошо маҡсаттан сығып, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе коллективы йыл һайын уҡыусылар менән берлектә "Йәшел Башҡортостан", "Хәтер баҡсаһы" кеүек ағас ултыртыу акцияларында әүҙем ҡатнаша.

Был юлы белем усағының 5-се класс уҡыусылары үҙҙәренең биология уҡытыусыһы Зинаида Фисенко һәм Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 1620 ҡарағай орлоғо сәсеп, өҫтөн торф менән ҡаплап, теплицаларға ултыртты. Мәктәп яны биләмәһендә 20 сутый майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртылған.

Мәктәптең үҙ урман хужалығының яңы бите асылып, унда йәш урмансылар үҙҙәре ултыртҡан ҡарағайҙың нисек сығыуы, үҫеүе хаҡында мәғлүмәттәр тултырасаҡ. Ябай ғына орлоҡтан ныҡлы ағас булғансы күпме йылдар кәрәклеген, уны тәрбиәләү үҙенсәлектәрен һ.б. - барыһын да өйрәнәсәк балалар.

Мәҫәлән, 5-се класс уҡыусылары Айгүзәл Билалова менән Көнһылыу Иҫәнғолова үҙҙәренең тәүге ағас ултыртыуы хаҡында ҙур тулҡынланыу менән бәйән итә. Улар биологиянан алған белемен ғәмәли йәһәттән нығыта, төрлө эҙләнеү эштәре яҙып, зона, республика конкурстарында, ғилми-тикшереү олимпиадаларында сығыш яһай.

Баймаҡ урман хужалығы (директоры - Олег Зөлҡәрнәев) менән Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе (директоры - Рәсүл Аҡсабаев) араһындағы хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә бик отошло. Дөйөм эш һөҙөмтәлә киләсәктә еребеҙҙең "йәшел ҡалҡаны"н һаҡлаясаҡ быуын тәрбиәләнә.

Фото: Зөлфиә Сафина.

"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?
"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?
"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?
"Йәшел ҡалҡан" һаҡсылары нисек тәрбиәләнә?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: