Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2022, 13:30

Журналистар аллеяһы гөрләп үҫһен!

Гәзит һәм журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, шулай уҡ хәбәрселәр Урмансылар паркында ҡарағайҙар ултыртты.

Журналистар аллеяһы гөрләп үҫһен!
Журналистар аллеяһы гөрләп үҫһен!

Башҡортостан Журналистар союзы Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап һәм "Йәшел Башҡортостан" акцияһын хуплап, һәр йылдағыса  Урмансылар паркында ҡарағайҙар ултыртты.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, журналистарҙың паркта үҫентеләр ултыртыу йолаһы йыл һайын һаҡлана, быйыл да улар уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырҙы.

– Журналистар аллеяһы ошо паркка үҙенсәлекле төҫ бирә, күркәмлек өҫтәй, – тип һөйләй Вәдүт Ғәйфулла улы. – Уны хәбәрселәр һәр саҡ тәртиптә тота. Аллеяның киләсәктә халыҡ иң күп йөрөгән урынына әйләнеренә һис тә шик юҡ. Яңы урынға ерегеп киткән ағастарҙы күреп күңел ҡыуана.

Әйткәндәй, быға хәтлем ултыртҡан ағастар ярайһы күтәрелгән, эргә-тирәгә йәм өҫтәүҙәрен телгә алыу артыҡ. Ысынлап та, бер нисә йыл элек нигеҙ һалынған Журналистар аллеяһы алыҫтан бик матур булып күренә, был урындан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: