Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Апрель 2022, 08:00

Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа

Сибай - Баймаҡ юлындағы урмандарҙа былтыр көслө янғындар теркәлде. Ә быйыл иһә...

Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа
Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа

Хәтерләһәгеҙ, былтыр Баймаҡ районында көслө урман янғындары булды. Күмәк көс менән һүндерелгән ут байтаҡ урмандарҙы, сабынлыҡ-көтөүлектәрҙе ялмап алырға өлгөрҙө. Күптәр янғын булған тау битләүҙәре, юл буйындағы урмандар ҡап-ҡара булып яталыр тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Тәбиғәттең мөғжизәһенә хайран ҡалырлыҡ бит ул: янған урындарҙа йәп-йәшел булып үләндәр морон төрткән, ә инде яртылаш янған ағастарҙың йәшәү өсөн көрәшеүен күреп, хатта иларлыҡ та... Бер яғы утта янып һарғайып ултырһа, икенсе яғынан йәшәүгә ынтылыш алып, ниндәйҙер ҡөҙрәт көсө менән йәп-йәшел генә япраҡтар күренә, ҡайындар бөрөләнә башлаған. Ә эргәләрендә - умырзаялар сәскә ата. Иҫ киткес мөғжизәле матурлыҡты фотоға төшөрмәйенсә булдыра алманым. Ысынлап та һәр йән эйәһе йәшәү өсөн көрәшә, шул иҫәптән ағастар ҙа икән...

Автор фотолары.

Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа
Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа
Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа
Һәр кем йәшәү өсөн көрәшә. Хатта ағастар ҙа
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: