Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Май 2022, 13:00

Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар

Быйыл да мөхәббәт ҡоштары үҙ күленә тоғро ҡалған: Николай быуаһына ҡайтҡан.

Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар
Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар

Баймаҡ районының Төркмән ауылы янындағы Николай быуаһына йыл һайын аҡҡоштар ҡайта. Нисәмә йылдар дауамында был яҡта йәшәүсе халыҡ парлы йөҙгән аҡҡоштарға ҡарап һоҡлана, инәһе бала сығарырға ултырғанда, ата аҡҡоштарҙың тоғролоғона хайран ҡала. Күптәр ошо мөхәббәт ҡоштарын үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн генә бында килә.

Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл да аҡҡоштар үҙ күленә тоғро ҡалып, күлгә төшкән. Әле уларҙың иң һоҡланғыс мәле: һыуҙа йөҙөп, бар тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәй. Бер аҙ ваҡыттан инәләре бала сығарһа, ата аҡҡоштарҙың бейеүҙәре башланасаҡ. Кем белә, бәлки ул ваҡытта ла беҙгә илаһи күренеште күҙәтергә тура килер. Әйткәндәй, Басай ауылы янындағы туғайлыҡты элек-электән торналар төйәк итә торғайны, был юлы беҙ ни бары ике генә торнаны осраттыҡ. Торналар бейегәнен күргәнегеҙ бармы, ә бына минең бар. Хатта уларҙы күҙәтергә  Сибай-Күсей автобусында ҡайтыусылар менән шаһит булып, автобусты туҡтатып, хайран ҡалып ултырғаныбыҙ бөгөнгөләй хәтеремдә. Тик ул ваҡытта фотоға йәки видеоға төшөрөргә телефондар ғына юҡ ине...

Нисек кенә булмаһын, әле тәбиғәттең иң матур сағы. Сәскәләр ата, ағастар япраҡҡа төрөнә, ҡоштар һайрай, бар-тирә яҡта йәшеллек, сихри хозурлыҡ. Тик ошондай матурлыҡҡа ҡул һуҙыусылар ҙа юҡ түгел. Күптән түгел Баймаҡ районы Күсей ауылында йәшәгән берәүҙең бер айғырын һәм бер бейәһен атҡан ваҡытта, Иҫәнбәт ауылы янындағы Өскүлдә ике аҡҡошто ла атҡандар. "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән мөхәббәт ҡоштарын нисек атырға ҡулдары күтәрелгәндер ҙә, нисек аҡҡош ҡарғышынан ҡурҡмағандыр ул әҙәмдәр...

Матурлыҡты күрә беләйек, уны һаҡлайыҡ!

Автор фотолары.

Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар
Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар
Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар
Үҙ күленә тоғро аҡҡоштар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: