Өйөлөп сүп-сар ятһа, ҡайһылай йәмһеҙ... Халыҡ та бының менән килешкеһе килмәй ялыуҙар ебәрә. Уларҙы Республикаға идара итеү үҙәгенә ҡараған “Инцидент-менеджмент” системаһы тотоп ала. Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әлеге мөрәжәғәттәр тураһында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һәйләне.
Сүп-сарҙы ваҡытында сығармау тураһындағы ялыуҙар менән Бөрө, Илеш һәм Тәтешле районы кешеләре мөрәжәғәт иткән. Был биләмәләрҙең бөтәһе өсөн дә “Дюртюлимелиоводстрой” төбәк операторы яуаплы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов менән Премьер-министр Андрей Назаровҡа был төбәк операторы буйынса һуңғы ҡарар ҡабул итергә ҡушты. Ни өсөн тигәндә, “Дюртюлимелиоводстрой” төбәк операторы эшмәкәрлегенә ҡарата быға тиклем дә дәғүәләр күп булған. Әгәр улар ваҡытында хәл ителмәһә, етди ҡарар көтөләсәк.
Фото: ЦУР.