Бөтә яңылыҡтар
Экология
21 Май 2022, 09:00

Аҡса эшләү юлын тапҡандар

Өсөнсөләр һәм дүртенселәр үҙҙәренә лә, тәбиғәткә лә файҙа килтерә.

Аҡса эшләү юлын тапҡандар
Аҡса эшләү юлын тапҡандар

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбенең II һәм IV класс уҡыусылары 2021/2022 уҡыу йылында тотонолған ҡағыҙҙы ташламай, һәр бер киҫәгенә тиклем йыйып барған. Һөҙөмтәлә 35 килограмм макулатура тупланған.

– Дәрестә тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләйбеҙ, шулай уҡ ваҡытта А4 үлсәмле ҡағыҙҙарҙы, уҡыу әсбаптарын күп тотонабыҙ. Ошо уҡыу йылында уларҙы файҙаланғас, айырым йәшниктәргә йыя башланыҡ. Хәҙер балалар бер ҡағыҙ киҫәген дә сүп-сар биҙрәһенә ташламай, ә һалып бара. Макулатураны өйҙәренән дә алып киләсәктәр. Йыйылған ҡағыҙҙы тапшырыуҙан төшкән аҡсаға яңы уҡыу йылына кәрәкле дәфтәрҙәр, ҡағыҙ алырға йыйынабыҙ. Районда ҡабул итеү пункты бар, – ти уларҙың класс етәксеһе Зөбәржәт Зәйнулла ҡыҙы Ғүмәрова.

Уҡытыусы белдереүенсә, ҡағыҙ йыйыу балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

– Өмәләргә сыҡҡанда ла уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре йүгереп йөрөп сүп-сар йыя, шул саҡта уҡ уларҙың тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы тойола. Был балалар үҫкәс, тәбиғәтте бысратыр тигән уй юҡ. Бала саҡтан уҡ уларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә кәрәк, – ти Зөбәржәт Зәйнулла ҡыҙы.

Автор фотоһы.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: