Була бит шундай иғтибарлы, тирә-йүнгә битараф булмаған кешеләр. Улар бер нимәгә ҡарамай изгелектәр эшләүен дауам итә.
Шундай оло йөрәкле ханымдарҙың береһе Сибай ҡалаһында йәшәй. Зәйтүнә Ғәлиуллина Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына барып шишмәне таҙалап, эргәһендәге сүп-сарҙы йыйған.
— Эскән һыуыбыҙға төкөрәбеҙ, был - вайымһыҙлыҡ, тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ, тип уйлайым. Был шишмә Иҫке Сибайҙың яңы төҙөлгән йорттары, күпләп йәштәр йәшәгән төбәктә. Уларға шишмә һыуын эҙләп әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ, — тип яҙа социаль селтәрҙә пенсионер Зәйтүнә Ғәлиуллина.
Зәйтүнә апайҙың изге ғәмәле башҡаларға ла өлгө булһын ине. Үҙебеҙ йәшәгән ерҙе ҡәҙерләп, таҙа тотоу, шишмәләрҙе таҙартыу - һәр кемдең ҡулынан килә торған эш.
Фото: Зәйтүнә Ғәлиуллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.