Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Май , 12:30

"Рәсәй экология операторы"на ниндәй бурыс йөкмәтелде?

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса мәғлүмәт – федераль системала.

"Рәсәй экология операторы"на ниндәй бурыс йөкмәтелде?
"Рәсәй экология операторы"на ниндәй бурыс йөкмәтелде?

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар иҫәбен алып бара торған федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы (ФДМС) тураһында положениены раҫлаған.

Бында сүп-сар барлыҡҡа килеү сығанаҡтары, уларҙың тупланыу урындары, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм уларҙы тотоу объекттары, төҙөлгән килешеүҙәр, тарифтар буйынса мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу күҙ уңында тотола. ФДМС операторы функцияларын "Рәсәй экология операторы" компанияһы башҡарасаҡ.

Системаға федераль башҡарма власть органдары, төбәктәрҙең урындағы үҙидаралыҡ органдары, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса төбәк операторҙары инә ала. Порталда граждандар өсөн мәғлүмәт ҡуйылған асыҡ бүлек тә буласаҡ.

Ил күләмендә мәғлүмәттәр индерелгән был система дәүләт башлығы В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Экология" милли проектына (национальный проект "Экология") ярашлы булдырыла. Билдәле булыуынса, әлеге милли проект ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһен тәртипкә һалыуҙы, сүп-сарҙы айырым йыйыу технологияларын индереүҙе, икенсел сеймалды эшкәртеүҙе лә экологик хәлде тотороҡло һаҡлауҙағы төп бурыстар иҫәбенә индерә.

Текст сығанағы: regoperatory.ru
Фото: utv.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в