Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән:
"Ишембай районындағы Торатау - 230 миллион йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән боронғо шихан. Таш булып ҡатҡан моллюскалар, ылымыҡтар, мәрйендәргә ҡарап Ерҙәге тормош үҫеше тарихын өйрәнергә була. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостаныбыҙ, илебеҙ, хатта бөтә донъя өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.
23 майҙа Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров, Торатау янында башҡаса һабантуй үткәрелмәйәсәк, тип белдерҙе. Биләмә геопаркка керә, шуға күрә уға махсус ҡараш һаҡланырға тейеш.
Уникаль үҫемлектәрҙе тапамаҫҡа, туристарға уңайлы шарттар тыуҙырырға, ғөмүмән, шихандың үҙен һаҡлап ҡалырға Торатауға баҫҡыс төҙөлә башланы. Уға ике яҡтан менеп буласаҡ: бер баҫҡыс көнсығыштан, икенсеһе төньяҡ битләүенән ҡуйыла. Тауға артылыу бушлай буласаҡ. Баҫҡыстар 2022 йылдың көҙөнә ҡоролоп бөтөлөр тип көтөлә".
Сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге.