Өфөләге иң бейек биналарҙың береһе һаналған “УралСиб” банкының башын ыласын ғаиләһе төйәк итеүе тураһында интернет селтәре аша хәбәрҙарһығыҙҙыр.
Быйыл ыласындарҙың дүрт ҡошсоғо тыуған. “Моя Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, уларҙың тәүгеһе 18 майҙан 19-ына ҡараған төндә донъяға килгән.
“Ыласын ҡошсоҡтарының тәүге аҙнаһы үтеп тә китте. Иң бәләкәйе әле булһа өлкәндәренең аҫтында йылынып ятыуҙы хуп күрә, әммә ашарға ризыҡ килеү менән бөтә дүрт суҡышты ла асыҡ күрергә мөмкин” тип яҙҙы был сығанаҡ.
Бөгөн ҡош балаларының өлкәндәренә – бер аҙна, өсөнсөһөнә – алты, дүртенсеһенә – биш көн. Әйткәндәй, уларҙың тормошо бары тик видеокамера аша күҙәтелә, йәғни ҡоштарға бер кем дә ҡамасаулыҡ, хәүеф тыуҙырмай.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/myufa