Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Июнь , 08:00

Һаумы, йәмле йәй!

Йылдың иң йылы, йомарт, бәрәкәтле, көнө йылды туйҙырыр миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Йәйгә бәйле халҡыбыҙҙа ниндәй әйтемдәр, һынамыштар бар?

Һаумы, йәмле йәй!
Һаумы, йәмле йәй!

Һынамыштар

Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра булһа, көн боҙола.
Әгәр иртәнсәк үлән ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға.
Кисен сиңерткәләр сырылдауы асыҡ ҡына булып ишетелһә, иртәгәһенә аяҙ була.
Кистән ысыҡ мул төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.
Ҡаҙаяҡ бөгәрләнһә – ямғырға.
Йәй ямғырлы булһа, ҡыш оҙон булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә – ямғыр яуыр, тауҙа булһа – аяҙ булыр.
Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.
Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
Иртән үлән ҡоро булһа – төнөн ямғыр яуыр.
Үрмәксе ау үрергә тотонһа көндәр аяҙға булыр.
Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
Эре ямғыр тиҙ туҡтай.
Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
Көнсығыштан ел сыҡһа – ямғырға.
Ҡарлуғас түбән осһа – ямғыр булыр, бейектә осһа – аяҙытыр.

Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр.

Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.

Әйтемдәр
Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Йәйҙең йәме эш менән, көҙҙөкө емеш менән.
Йәйгә сыҡһаң — ҡышты, ҡышҡа инһәң, йәйҙе уйла.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына торошло.
Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө.
Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
Фото:oir.mobi
 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в