Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Июнь 2022, 16:15

“Компас” экологик башланғыстарға булышлыҡ итә

“Компас”тың ағзаһына әүерелеү ҡыйын түгел

“Компас” экологик башланғыстарға булышлыҡ итә
“Компас” экологик башланғыстарға булышлыҡ итә

Рәсәйҙең экологик башланғыстарға булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү фонды – “Компас” экология өлкәһендә закон сығарыу башланғыстарын әҙерләү, шулай уҡ үҙ-ара эш итеү системаһын төҙөү, Рәсәйҙә йәмәғәт ойошмаларына ярҙам һәм экологик белем биреү менән шөғөлләнәсәк.

Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе Дмитрий Кобылкин ошо турала белдерҙе.

Был фонд илебеҙҙә тәбиғәткә битараф булмаған кешеләрҙең, йәмәғәт һәм коммерция ойошмаларының экология өлкәһендәге барлыҡ проекттарын берләштергән үҙәккә әйләнәсәк. “Компас” – халыҡ башланғыстары менән закон араһында бәйләнеште тәьмин иткән тәүге экологик фонд, ул илебеҙ экологияһына ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә ярҙам итәсәк”, – тине Дмитрий Кобылкин.

Әйткәндәй, “Компас”тың ағзаһына әүерелеү ҡыйын түгел. Бының өсөн https://eco-compass.ru/ рәсми сайтында рәсми теркәлергә һәм шәхси кабинет асырға кәрәк. Шәхси кабинетта аҡса йыйыуҙа ҡатнашырға, экологик башланғысты тәҡдим итергә, Рәсәйҙең берҙәм экологик календарь планында сағылған тематик сараларҙа ҡатнашырға, үҙеңдең әүҙемлегеңде күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ йәшәгән төбәгеңдәге проблемаларҙы күтәрергә, уларҙы хәл итеү юлын тәҡдим итергә.

Фондтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/compassfund,  https://ok.ru/group/62436103553124,  https://zen.yandex.ru/compassfund,  https://t.me/compassfund) яңылыҡтарҙы күҙәтергә, конкурстарҙа ҡатнашырға, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға була.

 

3 июндә Люберцы ҡалаһында уҙғарылған “Өйөм” тәүге музыкаль экоэстафетаһында Фондтың эшмәкәрлеге рәсми башлана.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: