Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Июнь 2022, 22:15

"Ғалимдар менән бергә эшләрбеҙ”

Иң мөһиме - экологик контроль булырға тейеш.

"Ғалимдар менән бергә эшләрбеҙ”
"Ғалимдар менән бергә эшләрбеҙ”

Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:

"Карьерҙарҙа эш алып барылғандан һуң аҡтарылып ҡалған тупраҡ темаһы – иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе. Ул инвесторҙарҙы йәлеп итә, әммә экологик йәһәттән хәүеф тыуҙыра. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙағы “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы” барышында Республикаға идара итеү үҙәгенә биргән интервьюһында белдерҙе.

– “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында ошо проблема буйынса файҙалы ҡаҙылмалар менән эшләргә теләгән эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итә килә, хатта ҡайһылыр урында алтын да йыуып була. Беҙ был тема хаҡында бөгөн дә һөйләштек. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ эшҡыуарҙары менән аралаштыҡ. 15 миллиард һумға тиклем инвестиция тураһында һүҙ бара, әммә иң мөһиме - экологик контроль булырға тейеш, Сибай өсөн был мәсьәлә бигерәк тә көнүҙәк, шуға әлеге йәһәттән ғалимдар менән бергә эшләрбеҙ”, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы".

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: