Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Июнь 2022, 17:15

Башҡортостан да ҡушыла!

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡты акцияға ҡушылырға һәм был көндө файҙалы үткәрергә саҡыра.

Башҡортостан да ҡушыла!
Башҡортостан да ҡушыла!

5 июндә, Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә “Йәшел эштәр марафоны” Бөтә Рәсәй экологик акцияһы уҙғарыла. Экологик әүҙемлекте үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса сараларға граждандарҙы йәлеп итеү – уның төп маҡсаты. Башҡарма власть органдары, йәмәғәтселек вәкилдәрен, экологтарҙы, ирекмәндәрҙе һәм битараф булмаған кешеләрҙе йәлеп итеп, Башҡортостан был көндө киң итеп билдәләргә ниәтләй.

– Экология тураһында хәстәрлек күреү – төбәк етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә. Башҡортостан Республикаһы экологик белем биреү өлкәһендә һәр ваҡыт алдынғы позицияларҙы биләй. Бындай экологик проекттар граждандарыбыҙҙың экологик аңын арттыра. Был граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов. – Барыһын да “Йәшел эштәр марафоны” Бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылырға саҡырам. Күмәк көс менән республикабыҙҙы таҙараҡ һәм йәшелерәк итәсәкбеҙ.

Сара барышында өфөләр өсөн ҡалалағы берҙән-бер махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә – Непейцев дендропаркында өмә ойошторола. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Өфө йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Планетаны ҡотҡар” экочеллендж эстафетаһы ҡаралған.

Сүп-сар йыйыуға яуаплы мөнәсәбәт булдырыу, балаларҙы тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға йәлеп итеү маҡсатында “Таҙа Өфө” ойошмаһы ирекмәндәре “Июнь” сауҙа үҙәге майҙансығында ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса лекция уҙғарасаҡ. Дәрес барышында балалар экологик проблемаларҙы тикшереүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ, шулай уҡ тәбиғәткә һаҡсылыраҡ ҡараш булдырыу маҡсатында көндәлек тормош өсөн кәрәкле мөһим күнекмәләрҙе үҙләштерәсәк.

Был көндө дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. “Дуҫтар” приюты хеҙмәткәрҙәре приют биләмәһендә өмә үткәрә.

Октябрьский ҡалаһы халҡы өсөн Гагарин исемендәге паркта ҙур сара ойошторола, биләмәне таҙартыу, сәскәләр һәм йәшел үҫентеләр ултыртыу күҙаллана.

Әлшәй районында Яңы Сәпәш ауылы халҡы спорт һәм һаулыҡ мөхитенә сумасаҡ, тирә-яҡ мөхитте хәстәрләйәсәк. Улар өсөн махсус рәүештә экологик транспорт төрҙәрендә - велосипедта, скейтта, роликтарҙа, самокатта экоуҙыштар үткәреләсәк.

Бынан тыш, ҡатнашыусылар мәғрифәтселек акциялары үткәрә, ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса системаһын үҫтерә, экологик йәшәү рәүешен пропагандалай.

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика халҡын акцияға ҡушылырға һәм был көндө файҙалы үткәрергә саҡыра.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: