Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Нияз Фазылов Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры итеп тәғәйенләнде.
Белешмә:
Фазылов Нияз Мансур улы 1987 йылдың 8 майында Стәрлетамаҡта тыуған. “Иҡтисад” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә техник булып башлай.
2009 йылда – “Красный пролетарий” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә матди-техник тәьминәт бүлегендә комплектация инженеры.
2010-2015 йылдарҙа - Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығының финанс ресурстары, хаҡтарҙы һәм тарифтарҙы көйләү бүлегендә әйҙәүсе белгес-эксперт, иҡтисадтың финанс өлкәһе бүлегендә әйҙәүсе белгес-эксперт, инвестиция сәйәсәте бүлеге етәксеһе, начальник урынбаҫары, начальник.
2015 йылда – “Октябрьское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры.
2015-2016 йылдарҙа - проекттар менән идара итеү департаменты директоры, “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының үҫеш буйынса урынбаҫары.
2016-2018 йылдарҙа - Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
2018 йылда - Башҡортостан Республикаһының Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2018-2021 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары.
2021-2022 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2022 йылда - Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы.