Уның маҡсаты - экологик әүҙемлекте үҫтереү һәм граждандарҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларына йәлеп итеү.
5 июндә республика халҡы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты: велосипедтарҙа, роликтарҙа экойүгерештә ҡатнашты, күлдәрҙе һәм йылғаларҙы таҙартыу, экологик һуҡмаҡ, лекциялар һәм эко-дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө конкурстар ойошторҙо.
- Экология һәр ваҡыт иң мөһим урынды биләп тора. Башҡа төбәктәр кеүек үк, Башҡортостан өсөн дә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала һәм властың, муниципалитеттарҙың, предприятиеларҙың, йәмәғәтселектең һәм һәр ҡайһыбыҙҙың әүҙем эшләүен талап итә.
Шуға күрә үҫеп килгән быуынға экологик көн тәртибен һаҡлау мөһим. Беҙҙең киләсәк беҙҙән генә тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
СТӘРЛЕТАМАҠ.
- Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө алдынан, шулай уҡ 5 июндә, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре "Уфанет" акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй йәмәғәт фонды ирекмәндәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге студенттары һәм вәкилдәре менән Стәрле йылғаһы яры буйында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар таҙартылды. Стәрлетамаҡ халҡы йөҙҙән ашыу тоҡ сүп-сар йыйҙы. Был акцияла 255-гә яҡын кеше ҡатнашты.
ӘЛШӘЙ РАЙОНЫ.
Әлшәй районының Салауат Юлаев майҙанында, Яңы Сәпәш ауылы эргәһендә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто балалар өсөн һабантуй ойошторған. Бында ярыштарҙың ниндәйе генә юҡ ине! Улар - спорт, ижади, уйын майҙансыҡтары - "Спорт рекорды", "Туған төйәк", "Пионерияға - 100 йыл!", "Мөғжизәле урман", "Йәш техниктар", "Атай, әсәй һәм мин - хеҙмәт ғаиләһе", "Халыҡ уйындары картаһы". Балалар һәм өлкәндәр спорт ярыштарында,оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, үҙҙәре төрлө сувенирҙар эшләп ҡараны, ҡыҙыҡлы эксперименттар үткәрҙе, йәш туристар менән бергә йырланы һәм халыҡ уйындарын уйнаны.
ОКТЯБРЬСКИЙ.
Октябрьский ҡалаһы ла “Йәшел эштәр марафоны” Бөтә Рәсәй экологик акцияһына әүҙем ҡушылды.
Предприятиелар һәм ойошмалар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, идарасы компаниялар, студенттар һәм уҡыусылар - барыһы ла парктарҙы, урамдарҙы һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуға ҡушылды, сәскәләр ултыртты, эйәһеҙ эттәр һәм бесәйҙәр йәшәгән муниципаль приютҡа барып,уларға аҙыҡ-түлек ҡалдырҙы. Ҡаланың инвалидтар ойошмаһы приют өсөн аҡса ла йыйған, улар эттәрҙе дауалау һәм аҙыҡ-түлек алыр өсөн ирекмәндәргә 2650 һум аҡса тапшырҙы.
ӨФӨ.
Байрам алдынан өфөләр ҡалала берҙән-бер айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе - Непейцев дендропаркында ваҡытын файҙалы үткәрҙе. "Йәшел эштәр марафоны" сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Ирина Сухареваға, йәмәғәтселәргә һәм ҡала халҡына "Непейцев дендрарийҙың социаль-мәғариф киңлеге" яңы экологик проектын тәҡдим иттеләр. Проект сиктәрендә экологик һуҡмаҡ асылды. Был тәбиғәтте һаҡлау өсөн генә түгел, ә республиканың эске туризмын үҫтереү өсөн дә мөһим.
Парк биләмәһендә ошо көндә йөҙҙән ашыу уҡыусы өсөн уҡыу-танып белеү экскурсиялары ла үткәрелде. Экологик һуҡмаҡ ғилми хеҙмәткәрҙәр, биология фәндәре докторы ҡатнашлығында әҙерләнгән.
Экологтар көнөндә Непейцев дендропаркында ҡунаҡтары өсөн күңел асыу программаһы - бейеүҙәр, квестар, оҫталыҡ дәрестәре һәм лотерея ойошторолдо. Шулай уҡ 30 ағас ултыртылды.
Непейцев дендропаркы территорияһында уҙғарылған сараларҙа бөтәһе 300-гә яҡын уҡыусы, педагогтар һәм биҫтә халҡы ҡатнашты. Шулай уҡ ҡала халҡы өсөн "Йәш гвардия" һәм "Йәшел Башҡортостан" хәрәкәте вәкилдәре Өфө йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса "Планетаны ҡотҡар" экочелленджы эстафетаһын ойошторҙо.