Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Июнь 2022, 15:15

"Таҙа йәкшәмбе"нән һуң ауыл йәмләнеп ҡалды

"Үҙебеҙ тотонмаһаҡ, ситтән бер кем дә килеп эшләмәҫ", тине лә Темәс ир-егеттәре берҙәм рәүештә өмәгә сыҡты

"Таҙа йәкшәмбе"нән һуң ауыл йәмләнеп ҡалды
"Таҙа йәкшәмбе"нән һуң ауыл йәмләнеп ҡалды

“Ауылыбыҙҙы таҙартыу буйынса өмә үткәреү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Үҙебеҙ тотонмаһаҡ, кемдәндер ярҙам көтөп ултырыу оят булыр, беҙ бит бында хужа, йәшәгән урынды матурлайыҡ, тип кәңәш итте ауыл ир-егеттәре. Улар ҡайҙа ниндәй эш башҡарыу, күпме һәм ниндәй техника йәлеп итеү хаҡында ике-өс көн алдан кәңәшләшеп ҡуйҙы. Үткән ял көнөндә 70-тән ашыу ир-егет өмәгә сыҡты”, - тип һөйләне Баймаҡ районының Темәс ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динис Мөхитов.

Ташландыҡ өй урындары ла бар Темәстә, шуға күрә ундай ҡаралтыларҙы сүплеккә ташыу өсөн техникаһыҙ булмай. Өмәгә барлығы 13 техника йәлеп ителгән: эшҡыуарҙар Рәмил Солтанов – өс, Урал Ишмәтов – ике, Радмир Ирназаров, Данис Ҡотлоғәлләмов, шәхси предприятие хужаһы Герман Солтангилдин, шәхси хужалыҡтарҙан Рөстәм Исхаҡов, Илгиз Ҡотлоғәлләмов, Данил Рәхимов, Вилдан Ҡаҙаҡбаевтар берәр трактор йәки автомашина бүлгән.

“Егеттәр бик әүҙем эшләне. Әлеге ваҡытта вахтала, йәғни эштә булғандар, өмәлә ҡатнашырға теләп тә бындай мөмкинлеге булмаған ауылдаштар өмәселәргә ризыҡ, яғыулыҡ алырға ярҙам итте. Шеф-ашнаҡсы Эмиль Зәйнәғәбдинов сарала ҡатнашыусыларҙы туғайҙа ҡайнар аш менән һыйланы. Был да бик ҙур ярҙам. "Чапай" урамы ҡатын-ҡыҙҙарына ла аш-һыу әҙерләгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Темәс урман хужалығы участкаһы урмансыһы Иҙел Ситдиҡовҡа айырым рәхмәт!” – тине Динис Мөхитов.

Киләсәктә лә һәр эштә уңған темәстәрҙең ошондай йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаҫына, өмәләрҙә берҙәм ҡатнашырына ышанабыҙ.

Фотолар: Темәс ауыл хакимиәтенән.

Автор:Гульсира Сахиева
Читайте нас: