“Беҙ республикала йыл һайын яҙлы-көҙлө урмандарҙы тергеҙәбеҙ. Быйыл күбеһенсә ҡарағай, шыршы, дардар, ҡайын, йүкә ултырттыҡ, майҙаны бәләкәйҙәрҙән түгел – 5,2 мең гектар. Көҙгөһөн был эште дауам итербеҙ.
Алдынғылар рәтендә Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр урман хужалыҡтары килә. Ағасты тергеҙеүгә арендаторҙар ҙа яуаплы ҡарай – быйыл улар 3,7 мең гектарҙан ашыу майҙанда яңы ағастар ултыртты. Был эш урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре контроле аҫтында башҡарыла.
Урман хужалыҡтарын һәм ҡуртымға алыусыларҙы үҫентеләр менән беҙҙең питомниктар тәьмин итә. Уларҙа йылына 50 миллион самаһы үҫенте үҫтерелә. Быйыл яҙ урман культуралары орлоҡтары 20 гектарҙан ашыу майҙанда сәселде. Һауа торошона бәйле булмау теләгенән сығып, үҫентеләр үҫтереү өсөн тағы ла 24 теплица төҙөнөк, хәҙер республикала уларҙың һаны - 56.
Урман Башҡортостан территорияһының 40 процентын биләй. Беҙ был байлыҡты киләсәк быуындар өсөн һаҡларға тейешбеҙ. Ошо мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ әле.”
Фотолар: vk.com/wall413272232_830078