Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Бөгөн Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асыуға әҙерлекте тикшерҙем”, - тип яҙҙы ул.
Белеүебеҙсә, “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы - Рәсәйҙең уникаль тәбиғәт һәм археология объекттарының береһе, уның базаһында заманса фәнни-мәғрифәт майҙансығы булдырыла.
Музей комплексының экспозицияһы ете тематик блоктан тора: “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәте”, “Археология”, “Тәбиғәт-ғилми”, “Һаҡланыу”, “Урал батыр эпосы”. Музейҙың төп экспонаттары – донъяның билдәле реставраторҙары эшләгән Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙең репродукциялары йыйынтығы.
Андрей Назаров ҡуйған видеояҙмаларҙан күренеүенсә, музей комплексында эштәр аҙағына яҡынлаша.
Сығанаҡ: t.me/agnazarov/310