Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Хәтер баҡсаһы” акцияһы барышында 580 меңдән ашыу төп ағас ултыртылған.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был сара урман хужалығы, башҡа предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы, ирекмәндәрҙе, студенттарҙы, уҡыусыларҙы берләштергән.
Теләге булғандарҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртырға тырышты. Акцияла ҡатнашыусылар парктарҙы, скверҙарҙы һәм башҡа участкаларҙы йәшелләндерҙе. Мәғлүмәт технологиялары ярҙамында “Хәтер баҡсаһы” дөйөм электрон картаһына ултыртылған ағастар кооординаталарын теркәргә кәрәк ине. Сарала барлығы 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Финал сараһы 22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, ойошторолдо.
Әйткәндәй, “Хәтер баҡсаһы” акцияһы 2020 йылда старт алғайны. Был ваҡыт эсендә ул халыҡ-ара сараға әйләнде, уға 35 сит илдән өс миллион кеше ҡушылды. Бөтәһе 33 миллиондан ашыу төп ағас ултыртылды.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.