Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Июль 2022, 19:30

Шүлгәнташ ябыла

Башҡа көндәрҙә ҡурсаулыҡта туристарҙы көтөп ҡалалар.  

Шүлгәнташ ябыла
Шүлгәнташ ябыла

Шәмбе, 9 июлдә, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығының музей-экскурсиялар комплексы туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итмәй. Был хаҡта “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы хакимиәте хәбәр итә.

Был көндө Башҡортостандың Бөрйән районында Рәсәйҙә тәүге таш быуат ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт музейы – “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу, шулай уҡ тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу хөрмәтенә фәнни форум һәм конференция үтәсәк.

"Беҙ башҡа көндәрҙә туристарҙы көтөп ҡалабыҙ", – тип хәбәр итә федераль ҡурсаулыҡ хакимиәте.

Фото: tripplanet.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: