Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Июль 2022, 12:00

Ҡасан йылытыр?

Йәй йәме июль нисек булыр, синоптиктарҙың фаразына күҙ һалайыҡ. 

Ҡасан йылытыр?
Ҡасан йылытыр?

Һалҡын май, ямғырлы июндән һуң кешеләр түҙемһеҙләнеп йылы, матур көндәр көтә. Синоптиктар быйылғы майҙы һуңғы йылдарҙағы иң һыуыҡ ай булараҡ билдәләне, ә июндә ямғырҙар нормаға ҡарата 144 процент яуған.

Әммә июль дә һалҡынса, ямғырлы көндәр менән башланып тора. Шулай ҙа синоптиктар аҙна аҙағына йәйгесә йылы көндәр – һауа температураһының +28...+30 градусҡаса йылынасағын вәғәҙә итә. Шаршамбыға тиклем яуым-төшөм һаҡлана, һауа температураһы көндөҙ +20...+23 араһында тирбәлә. Кесаҙнанан яҡшы ғына йылытып, шәмбе-йәкшәмбелә +29...+30 градус эҫелек көтөлә, әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуып үтәсәк.

Дөйөм алғанда, июль дә артыҡ аяҙ, эҫе булмаясаҡ, сыуаҡ көндәр менән яуым-төшөмлөләренең нисбәте яҡынса бер тигеҙ буласаҡ, тип күҙаллай һауа торошо белгестәре.

Фото: artmaki.su 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: