Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә йәнә “Дюртюлимелиоводстрой” төбәк операторын тәнҡитләне.
Быға республика халҡынан сүп-сарҙы сифатһыҙ сығарыуға һәм контейнерҙарға бик күп мөрәжәғәттәр сираттағы сәбәпсе булды. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, яңы ялыуҙар Николо-Березовка һәм Красный Урюш ауылдарынан, шулай уҡ Нефтекаманан килгән.
– Мин һеҙгә ҡуштым, был коллегалар менән башҡа эшләмәйбеҙ. Ошондай тәртипһеҙлекте башҡаса күрмәҫ өсөн һеҙ эште аҙағына еткерегеҙ, – тип Радий Хәбиров республиканың экология министры Нияз Фазыловҡа мөрәжәғәт итте.
Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, әле “Дюртюлимелиоводстрой”ға ҡарата Башҡортостан прокуратураһы менән берлектә яҡынса тикшереү эштәре алып барыла.
Фото: bv02.info