Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Июль , 19:30

Өфөлә "Ҡоштар" паркы ла әҙер

Баш ҡалабыҙҙың Рәсәйҙәге өс иң йәшел миллионлы ҡалалар исемлегенә инеүе осраҡлы түгел.

Өфөлә "Ҡоштар" паркы ла әҙер
Өфөлә "Ҡоштар" паркы ла әҙер

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

“Беҙ баш ҡалабыҙҙың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Күптән түгел “Ҡашҡаҙан” паркын файҙаланыуға тапшырҙыҡ – кешеләргә ныҡ оҡшай. Өфө һоҡланғыс парктары, уңайлы һәм заманса ял итеү зоналары булған ҡалаға әүерелә.

Бөгөн уның Октябрь районындағы Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан ҙур булмаған “Ҡоштар” паркында эштәр тамамланды. Балалар һәм ололар күп булған, йорттар менән уратып алынған был биләмәлә спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн ошондай парк бик кәрәк ине. Бында йәшәүселәргә парктың ниндәйерәк булырға тейешлеге тураһында биргән кәңәштәре, дуҫтарса тәнҡиттәре өсөн ҙур рәхмәт.

Сиратта – Нефтехимиктар паркы, Дим биҫтәһенең үҙәк паркы, Йылы күле, Дан бульвары һәм башҡалар.

Әйткәндәй, иҫләйһегеҙме, мин социаль селтәрҙәрҙә ниндәй парктарға булышлыҡ итергә кәрәклеге тураһында һорау алыу үткәргәйнем. Өфөләр һайлаған парктарҙың күбеһендә әле эштәр башҡарыла. Урмансылар паркы буйынса һорауҙар бар. Әлегә концепция эшләнә, сөнки төп маҡсат – уның тәбиғи күркәмлеген һаҡлау. Был тәңгәлдә әле уйланырға кәрәк.

Өфөнөң Рәсәйҙәге өс иң йәшел миллионлы ҡалалар исемлегенә инеүе осраҡлы түгел. Артабан алға барабыҙ. Өфөнө Рәсәйҙең парктар баш ҡалаһына әүерелдерәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в