Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Июль , 11:45

Пляжға айыуҙар һыу инергә килгән!

“Рәсәйҙә айыуҙар менән бергә һыу ингәндә, ниндәй санкциялар ҡамасау булһын инде!” – тип шаяртыусылар ҙа бар.

Пляжға айыуҙар һыу инергә килгән!
Пляжға айыуҙар һыу инергә килгән!

Бүрәт Республикаһында ла көндәр бик эҫе тора. Улан-Удэла хатта +50 градусҡа еткән.

Әлбиттә, бындай мәлдә барлыҡ халыҡ йылғаларға һәм күлдәргә ынтыла. Бүрәт Республикаһының күренекле урындарының береһе – Байкал күлендә лә халыҡ рәхәтләнеп ял итә.

Көндәрҙең эҫе тороуы хайуандар өсөн дә ауыр. Байкал күле буйында ял итеүселәр ғәжәйеп күренеште видеояҙмаға төшөрөп алған – эҫенән талсыҡҡан инә айыу кеше тулы пляжға балалары менән барып, һыу инеп сыға. Ошо хаҡта яҙма социаль селтәрҙә киң таралыу алды.

Халыҡ был ғәжәйеп күренешкә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлаша. “Рәсәйҙә айыуҙар менән һыу ингәндә, ниндәй санкциялар ҡамасау булһын инде!” – тип шаяртыусылар ҙа бар.

Ә һеҙ ошондай күренештәрҙе күҙәткәнегеҙ бармы?

Фото: скриншот. Видеояҙма социаль селтәрҙән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в