+28 °С
Болотло
"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Типичный Баймак" төркөмөндә "Ирәндек" тәбиғәтте һаҡлау комплексына ингән Талҡаҫ күлендә шампунләп баш йыуған ҡыҙҙың видеояҙмаһын һалғайнылар.
Был ролик төрлө фекер тыуҙырҙы. Кемдер һаҡланған биләмәлә был эштең яҡшы түгеллеген иҫбатлаһа, икенселәр элек йылғала кер ҙә, балаҫ та йыуҙыҡ - бер нимә лә булмай, тип бара. Бәғзеләр өйҙәрендә эҫе һыуҙы туҡтатҡандарҙыр тип шаяртыуға ла бора. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Әйткәндәй, машина йыуған өсөн, уны һыу ятҡылығына яҡын ҡуйған өсөн штрафтар ҙур.
Фото www.ural56.ru