Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Июль , 15:30

Алтын сығарыуға мораторий индереүҙәре бар

Республика ошондай тәҡдим менән сығырға ниәтләй.

Алтын сығарыуға мораторий индереүҙәре бар
Алтын сығарыуға мораторий индереүҙәре бар

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың ҡайһы бер биләмәләрендә, техноген баҫымдың артыуы арҡаһында, бөртөклө алтынды сығарыуға мораторий булдырыуҙары ихтимал.

Был мәсьәлә төбәк етәксеһенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров менән  осрашыуында ла тикшерелгән. Республика ошондай тәҡдим менән сығырға ниәтләй.

Файҙалы ҡаҙылмаларҙы вәхшиҙәрсә сығарыуға юл ҡуймау маҡсатында әлегә тиклем республикала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолғайны. Уға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бәадранов етәкселек итә. Радий Хәбиров комиссияның эшенә юғары баһабирҙе, былтыр дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу хоҡуғына 33 лицензияның ғәмәлдән сығарылыуын, йәнә 22 лицензияның туҡтатып торолоуын, 112 лицензияға үҙгәрештәр индерелеүен билдәләне. Ер аҫты байлыҡтарын сығарыуҙан йыйылған һалым 2018 йылда 117 миллион һум булһа, 2021 йылда 173 миллион һумға тиклем артҡан.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в